Еңеү байрағы — Өфөлә17.05.2013
Ошо көндәрҙә Өфөлә уҙғарылған “Гагарин көндәре-2013” III республика балалар һәм үҫмерҙәр фестивале сараларында ҡатнашҡан Советтар Союзы Геройҙары, космонавтар Владимир Коваленок, Александр Иванченко, Виктор Горбатко һәм Анатолий Филипченко республикабыҙҙың баш ҡалаһына Еңеү Байрағының музейҙа һаҡланған күсермәһен килтерҙе.

Кисә Еңеү байрағы ҡуйылған бронетранспортер почетлы эскорт оҙатыуында Офицерҙар йортонан Юрий Гагарин исемендәге кубокка Республика уҡыусылар олимпиадаһында еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы бүләкләү тантанаһы уҙғарылған Республика урыҫ драма театрына тиклем Өфө урамдары буйлап үтте.
— Еңеү байрағы — үлемесле алышта яуыз дошманды еңеп сыҡҡан халҡыбыҙҙың ҡаһарманлығын сағылдырған изге символ ул, — тине ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, СССР-ҙың летчик-космонавы, генерал-полковник, Рәсәй Космонавтика федерацияһы президенты Владимир Коваленок. — Байраҡ Еңеү хаҡындағы иҫтәлек итеп быуындан быуынға тапшырыла. Ул йәштәрҙә тарихыбыҙға ихтирам тәрбиәләй, быуындар күсәгилешлелеген кәүҙәләндерә.


Вернуться назад