Ижадына күрә — баһаһы17.05.2013
Башҡортостан Яҙыусылар союзында бер юлы ике тантана үтте: әҫәре иң яҡшы тип табылған әҙипкә халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге әҙәби премия тапшырылды һәм ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең тыуыуына 90 йыл тулыу уңайына үткәрелгән әҙәби конкурста еңеүселәр бүләкләнде. Еңеүселәргә премияларҙы Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев менән Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Риф Тойғонов тапшырҙы.

Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге премия былтыр Яҙыусылар союзы тарафынан булдырылғайны. Киләсәктә сәсән исемендәге премия йыл һайын әҫәре иң яҡшы тип табылған бер яҙыусыға тапшырыласаҡ. Премияның күләме — 50 мең һум. Беренсе конкурста дүрт яҙыусы ҡатнашты. Таңсулпан Ғарипова төрлө йылдарҙа баҫылып сыҡҡан пьесаларын, Спартак Ильясов “Барын-табын хәтере”, Мәүлит Ямалетдинов “Ҡуласа”, Йыһат Солтанов “Сөләймән Мырҙабулатов. “Тормошо һәм көрәше” тигән китаптарын тәҡдим итте. Әҫәрҙәргә Рәшит Шәкүр рәйеслегендәге ете кешенән торған жюри ағзаһы баһа бирҙе. Йәшерен тауыш менән Йыһат Солтановтың китабы Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге премияға лайыҡ тип табылды.
Муса Гәрәев исемендәге конкурс ике тапҡыр Советтар Союзы Геройының юбилейы уңайынан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарары менән уҙғарылғайны. Конкурсҡа авторҙары аталмай, һандар менән билдәләнеп, һигеҙ эш тәҡдим ителде. Шуларҙың ҡайһы берҙәре конкурс талаптарына яуап бирмәй тип табылды. Етенсе һәм һигеҙенсе һандар менән тамғаланған әҫәрҙәр, нәфис әҙәбиәт ҡанундары буйынса яҙылып, юғары баһа алды. Улар — һуғыш ветераны Азат Мағазовтың “Исповедь” әҫәре һәм Гөлнур Яҡупованың “Илһөйәр” повесы. Конкурс положениеһына ярашлы, еңеүсе бер генә кеше булырға тейеш. Әммә Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев рәйеслегендәге конкурс жюрийы положениеға төҙәтмә индереү хоҡуғына эйә булғанлыҡтан, Муса Гәрәев исемендәге премияны ике яҙыусыға бирергә ҡарар итте. Шулай итеп, еңеүселәр 25-әр мең һум премия менән бүләкләнде.
Киләсәктә Муса Гәрәев исемендәге конкурс өс йылға бер үткәреләсәк. Уның маҡсаты — Ватан тарихына тәрәнерәк иғтибар йүнәлтеү, айырыуса йәш ижадсыларҙы патриотик тематикаға йәлеп итеү, һәләтле йәштәрҙе асыҡлау һәм әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләү. Конкурсты Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы менән Яҙыусылар союзы ойоштора.


Вернуться назад