Йәштәр матбуғатһыҙ нишләр?17.05.2013
Һуңғы йылдарҙа көндәлек матбуғатҡа яҙылыусылар ныҡ кәмене. Гәзит-журналдарға ярҙам итәйем тигән маҡсаттан Манышты һәм Инйәр мәктәптәренә барҙым. Ләкин мине хуплаусылар бик аҙ булды.
Үҫмерҙәр мәктәптән ҡайтыу менән телевизорға текәлә, компьютерҙы ҡабыҙа, хатта урамға сығып уйнауҙы ла онота. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер ата-әсә, балаларының киләсәген уйлап, “Йәншишмә”гә, “Аманат”ҡа, “Йәшлек”кә һ.б. яҙылды. Ләкин ундайҙарҙы бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Улар иҫәбенә Әнисә менән Зөлфиә Абдрахмановаларҙы индерер инем. 70-80 йәшлек әбей-бабайҙар ҙа бер нисә баҫмаға яҙыла. Мәҫәлән, Әсмә Сәйетова, Сәмсиә Харисова, Сажиҙә Йомағужина, Шәрифә Абдрахмановалар ике-өс дана баҫма алдыра, ҡайһы бер уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр иһә матбуғатҡа бөтөнләй битараф.
Элек район етәкселеге был мәсьәләне контролдә тота ине. Төрлө предприятие, ойошма етәкселәре, хеҙмәткәрҙәре нимәгә яҙылды икән?! Минең уйымса, уларҙың күбеһе бер баҫма ла алдырмай.
Шуныһы үкенесле: бөгөн гәзит-журналды оло йәштәгеләр генә алдыра. Күптәре, эх, күҙем күрмәй, тип уфтанып ала. Матбуғатһыҙ йәшәү мөмкин түгел шул — йәш быуын шуны аңлаһын ине.