“Һәр осош – оло һынау”16.05.2013
Өфөлә “Гагарин көндәре” III республика балалар һәм үҫмерҙәр фестивале дауам итә. Кисә Рәсәй Космонавтика федерацияһы президенты, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, осоусы-космонавт Владимир Коваленок етәкселегендәге делегация “Башҡортостан” дәүләт республика нәшриәтендә булды.

Йыһан батырҙары предприятие хеҙмәткәрҙәре, журналистар һәм баш ҡаланың 39-сы мәктәбе уҡыусылары менән осрашты.
Сарала ике тапҡыр Советтар Союзы Геройҙары, осоусы-космонавтар Виктор Горбатко, Александр Иванченков, Советтар Союзы Геройы, осоусы-космонавт Игорь Волк, башҡа ҡунаҡтар ҡатнашты. Мәктәп уҡыусылары, хәбәрселәр үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды. “Һәр осош – оло һынау”, – тине ҡунаҡтар.
Мәртәбәле сара иҫтәлеккә күмәкләп фотоға төшөү менән тамамланды.


Вернуться назад