Илгә ныҡлы ғаилә кәрәк16.05.2013
Кисә Өфөлә “Рәсәй ғаиләһе” VI Бөтә Рәсәй социаль конгресы үтте. Унда дәүләт власы органдары вәкилдәре, дин әһелдәре, ғалимдар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты. Араларында Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаттары – Мәғариф буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Алеся Аршинова, Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитет ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева, “Ныҡлы ғаилә” проектының башҡарма директоры, Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Мәғариф академияһының мөхбир ағзаһы Артур Реан, “Рәсәй – Әүҙем оҙон ғүмер” федераль проекты етәксеһе Олеся Романова-Плаксина һәм башҡалар бар ине.
Сарала ғаилә ныҡлығы, ата-әсәлек яуаплылығы, бәхетле бала саҡ нигеҙҙәре хаҡында фекер алышыу булды, социаль проблемаларҙы хәл итеү юлдары эҙләнде.
Йыйындың пленар өлөшөндә ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова тәбрикләне.
– Ил кимәлендәге конгрестың Халыҡ-ара ғаилә көнөндә үткәрелеүе – башланғыстарыбыҙға ыңғай этәргес тип иҫәпләйем. Бында осраҡлы кешеләр юҡ – әүҙемдәр, булдыҡлылар йыйылған, — тип билдәләне.
Башҡортостанда һуңғы йылдарҙа демографик хәл яҡшыра, былтыр тәбиғи артым 5,1 процентҡа еткән. Ошо күрһәткестәр буйынса Волга буйы федераль округында дүртенсе урынды биләйбеҙ. Республикабыҙҙа күп балалы ғаиләләр ишәйә. Биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләүселәргә һәр яҡлап социаль ярҙам күрһәтелә. Миҫал өсөн торлаҡ сертификатын ғына алайыҡ. Яҡынса 2 миллион һум күләмендәге ярҙам күп балалы ғаиләләрҙең торлаҡ проблемаһын ыңғай хәл итә.
Балалар баҡсаһы проблемаһына килгәндә, яңыларын төҙөү менән бер рәттән, элеккеләрен реконструкциялау, ҡасандыр мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы булған биналарҙы кире ҡайтарыу кеүек ысулдар ҡулланыла. Ғаилә балалар баҡсалары ла йылдан-йыл арта, тине Лилиә Салауат ҡыҙы.
Ул йәмәғәтселекте борсоған башҡа проблемаларға ла туҡталып үтте. Мәҫәлән, республикала йыл һайын 30 меңгә яҡын яңы ғаилә барлыҡҡа килә, шул уҡ ваҡытта 16 мең пар айырылыша, йылдан-йыл рәсми никахһыҙ йәшәүселәр һаны күбәйә. Тимәк, йәш быуын вәкилдәре уртаҡ яуаплылыҡ алыуҙан ҡурҡа, ғөмүмән, ғаилә ҡиммәттәренә һалҡын ҡарашта тигән һүҙ. Был проблемаларҙы хәл итеүҙе дәүләт ҡарамағына ғына тапшырып ҡуйырға ярамай – кешеләрҙең аңында ла үҙгәреш булырға тейеш.