Мәләүездәр һынатманы16.05.2013
"Йәйғор" өлгөлө бейеү ансамбле Төркиәнең Истанбул ҡалаһындағы Халыҡ-ара балалар фестивалендә лайыҡлы сығыш яһаны. Конкурсҡа шулай уҡ Болгария, Македония, Татарстан, Яҡутстан, Үзбәкстан, Албания, Босния-Герцеговина, Румыния, Украина коллективтары килгәйне.

Мәләүез ансамбленә күптән түгел генә биш йыл тулды. Етәкселәре — талантлы педагог Ләйсән Йәмилева. Йәш артистар ҡала, республика, Бөтә Рәсәй кимәлендәге төрлө бәйгеләрҙә сығыш яһап, ярайһы уҡ ҙур тәжрибә туплап өлгөрҙө.
Башҡортостан бейеүселәренең сығышы тамашасы күңеленә хуш килде. Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле репертуарына ингән "Гөлнәзирә", "Һунарсылар", "Күгәрсендәр" бейеүҙәрен "йәйғорҙар" дәртләнеп башҡарҙы. Һәр бейеүсегә — миҙал, ә коллективҡа Почет грамотаһы, рәхмәт хаты, халыҡ-ара өлгөләге диплом тапшырылды.


Вернуться назад