Республикабыҙҙың йөҙөк ҡашы булған “Янғантау” шифаханаһы кешеләргә бар сирҙән дауа биреүсе ер аҫтынан сыҡҡан быуҙары ғына түгел, талантлы йырсы, бейеүселәрҙе берләштергән фольклор-эстрада ансамбле менән дә дан тота. Быға тиклем улар ялҡынлы бейеүҙәре, дәртле йырҙары, үҙәктәрҙе өҙөрлөк ҡурай моңо менән халыҡтың күңелен әсир итһә, быйыл яҙ тамашасы хөкөмөнә спектакль сығарҙы.
Шифахананың тамаша залында Александр Гельман пьесаһы буйынса “Эскәмйә” спектакле Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенты Радик Ғәлиуллиндың диплом эше булараҡ ҡуйылды. Премьера уңышлы үтте: зал туп-тулы тамашасы йыйҙы.
Үҙенә тиң ир-егет табып ғаилә ҡорорға хыялланған Вера һәм тормош проблемаларынан арыған Федор миҫалында ике заттың — ҡатын менән ирҙең — мәңгелек ҡаршылыҡлы көрәшен сағылдырҙы был тамаша. Сабыр холоҡло, сибәр һәм аҡыллы ҡатын ни өсөн әле һаман яңғыҙ?.. Ә ир-егетте үҙ ғаиләһенән ситтә бәхет эҙләргә нимә мәжбүр итә һуң?.. Залдағы тамашасы ошо һорауҙарға яуап табырға тырышты. Уңышлы ҡулланылған декорация – парктағы өс фонарҙың берләшеп рингты һынландырыуы – спектаклдә күтәрелгән проблеманы тағы ла киҫкенләштереп ебәрҙе. Радик Ғәлиуллин һәм Әлфинур Ғәзимова тыуҙырған Вера менән Федор образдары тамашасы күңеленә хуш килде. Улар көлдөрҙө лә, илатты ла, тормош тураһында уйланырға ла мәжбүр итте...
Билдәле йырсы Земфираның музыкаһын ҡулланыу, бейеүҙәрҙе ҡатнаштырыу тамашаны тағы ла сағыуыраҡ, күркәмерәк итте. Спектакль бөткәс тә, тамашасыларҙың аяғөҫтө тороп оҙаҡ ҡул сабыуы — быға тағы ла бер дәлил.
Радик менән Әлфинур – профессиональ актерҙар. Был спектаклдә улар үҙҙәрен талантлы артист ҡына түгел, һәләтле режиссер итеп тә күрһәтте.