Район үҙәгендә йәшәгән йәш ғаиләләрҙең күптәнге хыялы тормошҡа ашты: заманса йыһазландырылған ике ҡатлы балалар баҡсаһы асылды. Исеме лә есеменә тура килә — "Шатлыҡ"!
Мөдире Айгөл Кәримова әйтеүенсә, 12 төркөмдә 240 бала тәрбиәләнә. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһының, уйын, рәсем төшөрөү, йоҡо бүлмәләренән
тыш, компьютер кластары ла бар. Иркен спорт залында бәләкәстәрҙең һаулығын нығытыу, йыр-бейеүгә өйрәтеү өсөн шарттар булдырылған. Бынан тыш, ашхана, хужалыҡ блоктары заманса йыһазландырылған, хеҙмәткәрҙәр өсөн душ кабиналары асылған. Балаларҙың сана, коляскаларын йылы бүлмәлә ҡалдырыу мөмкинлеге лә бар. Ғөмүмән, Баймаҡ ПМК-һы йәмғиәте барыһын да уйлап төҙөгән.