Йыһан батырҙары Өфөлә ҡунаҡта15.05.2013
Йыһан батырҙары Өфөлә ҡунаҡтаБаш ҡалабыҙҙа “Гагарин көндәре” III республика балалар-үҫмерҙәр фестивале Юрий Гагарин бюсына сәскәләр һалыуҙан башланды. Рәсәй Космонавтика федерацияһы делегацияһы вәкилдәре Өфөгә Еңеү байрағын алып килгән. Бюст алдындағы майҙанда ошо байраҡты Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтының Почет ҡарауылына тантаналы рәүештә тапшырҙылар. 16 майҙа иһә уны Офицерҙар йортонан баш ҡаланың үҙәк урамдары буйлап Республика урыҫ драма театрына тиклем алып барасаҡтар.

Кисә космонавтар, хәрбиҙәр, билдәле сәйәсмәндәр һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре баш ҡаланың 3-сө, 103-сө гимназияларында һәм 60-сы лицейҙа уҡыусылар менән осрашты. Бында улар Юрий Гагарин кубогына республика олимпиадаһында ҡатнашыусыларҙың ҡала этабында еңеүселәрҙе тәбрикләне. Космонавтар Еңеү паркындағы Мәңгелек ут янына сәскәләр һалды. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына “Рәсәй көсө” орденының “Хәрби Һауа Көстәренә — 100 йыл” миҙалын тапшырҙы.
Өфөлә Гагарин көндәре Башҡортостан Президенты һәм Хөкүмәте, “Роскосмос” федераль космик агентлығы, ҡала хакимиәте ярҙамы менән ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, СССР осоусы-космонавы, авиация генерал-полковнигы, Рәсәйҙең Космонавтика федерацияһы президенты Владимир Коваленок башланғысында өсөнсө тапҡыр ойошторола. Быйылғы сара ике көн дауам итәсәк.


Вернуться назад