Өләсәйем менән олатайым Шәрифә һәм Әнүәр Ниғмәтуллиндар — бик яғымлы, ихлас, бала йәнле кешеләр. 1991 йылда улар, үҙҙәренең ике ҡыҙы булыуға ҡарамаҫтан, балалар йортонан биш сабыйҙы тәрбиәгә алған. Һәр береһенә әсә наҙы, күңел йылыһы биреп, оло тормош юлына аяҡ баҫтыралар.
— Балаларҙы ата-әсәһенә, милләтенә ҡарап һайламаныҡ. Барыһын да башҡортса һөйләшергә, ҡурайҙа, ҡумыҙҙа, мандолинала уйнарға өйрәттек. Ғаилә оркестрыбыҙ менән Ишембайҙа, Өфөлә күп тапҡыр сығыш яһаныҡ, — ти өләсәйем.
Ҡәҙерлеләремдең күңел матурлығына, фиҙакәрлегенә һоҡланмау мөмкин түгел! Биш етемде үҙ сабыйҙарылай яратып, эшкә өйрәтеп, тәрбиәләп кенә ҡалмай улар – әле лә һәр береһенә ярҙам итеп йәшәйҙәр, ҡайтыуҙарын һағынып көтәләр.
Әсәйем менән атайым аварияла һәләк булды. Өләсәйемә лә, олатайыма ла был ҡайғыны күтәреү бик ҡыйынға тура килде. Уларға мине һәм ҡустым Рузилде уҡытыу, тәрбиәләү бурысы ла өҫтәлде.
— Тормошта юғалып ҡалмаҫ өсөн төплө белем алырға, эшкә өйрәнергә, ысын кеше булып йәшәргә тейешһегеҙ. Һеҙгә ярҙам итергә атай-әсәйегеҙ юҡ, беҙ хәҙер оло йәштә, — ти өләсәйем.
Рузил ҡустым – Өфөләге Башҡорт лицей-интернатында, мин Ишембайҙағы 2-се башҡорт гимназия-интернатында тырышып уҡыйбыҙ.
“Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы” тигән маҡтаулы исемде йөрөтөүсе өләсәйем, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, “Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусыһы” премияһына лайыҡ булған олатайым – Ишембай районындағы Биксән ауылының хөрмәтле кешеләре. Хәҙер икеһе лә хаҡлы ялда, ләкин уҡыусылары уларҙы онотмай – хәлдәрен белешеп, байрамдар менән ҡотлап тора.
Өләсәйем – ҡул эштәре оҫтаһы. Тыуғанымдан алып ул бәйләгән кофта, күлдәк, баш кейемдәре, ойоҡбаш һәм бейәләйҙәрҙе кейеп үҫтем. Мине генә түгел, барлыҡ балаларын, ете ейән-ейәнсәрен дә ҡупшы итеп кейендерә һөйөклөбөҙ.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, өләсәйем селтәрҙәр, диван ябыуҙары, ашъяулыҡтар бәйләй башланы. Беҙҙең өйҙө ул сиккән бик күп картиналар биҙәй. Өләсәйемдең әйтеүенсә, ҡул эше уны тынысландыра, ваҡытын файҙалы үткәрергә ярҙам итә. “Ауыр ҡайғыны еңергә һәм артабан йәшәргә көс биргән шөғөлөм”, — ти ул. Ҡунаҡтар өйҙәренә инеү менән ундағы матурлыҡҡа хайран ҡала. Ислам динендәге изге һүҙҙәр, йыл миҙгелдәре, дельфиндар, аҡҡоштар, ат һүрәттәре сигелгән картиналар, ысынлап та, күҙҙең яуын алырлыҡ.
Өләсәйем менән олатайым беҙгә туғанлыҡ ептәрен өҙмәҫкә, берҙәм булырға өйрәтә. Барыһын да бер табынға йыйып аят уҡытыу – өйҙәрендә йыл да үтәлеп килгән йола. Бындай мәлдәрҙә өләсәйем үҙе бәйләгән әйберҙәрҙе ҡыҙымдың төҫө булһын тип хәйер итеп тарата.