“Тамаша”ла — яңы тамаша15.05.2013
“Тамаша”ла — яңы тамаша“Тамаша” халыҡ театры күптән түгел үҙ тамашасыларын “Йөрәктәр ҡушҡас” спектакле менән ҡыуандырҙы. Фәниә Шәйәхмәтова етәкселегендәге коллектив был эшен комедияның авторы, билдәле драматург, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Нәжиб Асанбаевтың яҡты иҫтәлегенә арнаны.

Халыҡ артистарҙың сығышын йылы ҡабул итте. Сәхнәлә барған ваҡиғалар күптәргә таныш. Ата-әсәһе берҙән-бер улдарын иркәләп кенә үҫтерә, бөтә нәмәне лә уның өсөн үҙҙәре хәл итә. Кәләште лә эҙләп алып бирәләр, улыбыҙға тиң булһын тип тырышалар. Ә атай менән әсәй ябай кешеләр түгел: ғаилә башлығы мунса-кер йыуыу комбинаты мөдире булып эшләй. Әммә улдары, ябай ауыл ҡыҙын осратып, яҙмышын үҙе хәл итә. Талапсан, ҡаты ҡуллы әсәһе менән атаһын тыңламай, йөрәк тойғоһона буйһона.
— Үҙешмәкәр артистарыбыҙ ролдәрен оҫта башҡарҙы, музыкаль яҡтан да талантлы булыуҙарын күрһәтте, сөнки беҙ комедияға бик күп йырҙар, таҡмаҡтар ҙа индерҙек, — тип һөйләй Фәниә Ғайса ҡыҙы. — Театрыбыҙ ветерандары Гөләйфә Кашаповаға, Эдуард Фәсхетдиновҡа, Ғәйнулла Нәбиуллинға, шулай уҡ Сәлимә Заһитоваға, Роза Шәмсетдиноваға, Флүр Хәкимовҡа, йәш таланттарыбыҙ Земфира Ситдиҡова менән Дилбәр Усмановаға бик рәхмәтлемен. Улар бөтәһе лә талантлы, театрға ғашиҡ кешеләр. Яратҡан шөғөлдәре өсөн ваҡыттарын йәлләмәйҙәр, репетицияларға даими йөрөйҙәр. Спектаклде музыкаль яҡтан биҙәүсе Фаил Һәүбәнов, яҡтыртыусы Наил Абдуллин, рәссам Светлана Ғилмановалар ҙа үҙ эшенә ҙур яуаплылыҡ менән ҡарай.
Коллектив бөтә күңелен биреп уйнап, тамашасы һөйөүен яуланы: уларҙы халыҡ берсә көлөп, берсә борсолоп ҡараны һәм көслө ҡул сабыуҙарға, сәскәләргә күмде. Тиҙҙән театрҙың яңы спектаклен райондың башҡа ауылдары халҡы ла күрәсәк.


Вернуться назад