– Уҡыусыларҙың иңенә ҡанат ҡуйыуҙы күҙ уңында тотҡан бындай саралар беҙҙә йыш үтә, – тип һөйләй Бәләбәй башҡорт гимназияһы директоры Дилбәр Фәтхетдинова. – Егет һәм ҡыҙҙарҙы төрлө яҡлап үҫтереү – төп маҡсатыбыҙ. Әйтәйек, берәүҙәр яҙыу-һыҙыуға маһир, икенселәр йырларға-бейергә ярата, бүтәндәр һүрәт төшөрә. Ҡыҫҡаһы, һәр береһе һәләтле, бөтәһе лә иғтибар үҙәгендә.
Уҡыу йорто — республикабыҙҙың көнбайыш төбәге өсөн ысын мәғәнәһендә рухи Мәккә. Бәләбәйҙән тыш, бында Бишбүләк, Йәрмәкәй, Туймазы, Әлшәй райондарынан да килеп уҡыйҙар.
Балаларға төплө белем һәм күркәм тәрбиә биреү – һәр педагогтың мөҡәддәс бурысы. Шул уҡ ваҡытта педагогтар матбуғат менән дә дуҫ. Мәҫәлән, беҙҙең редакция былтыр “Коллектив менән – “Башҡортостан”ға!” акцияһын иғлан итеү менән, бәләбәйҙәр тәүгеләрҙән ҡушылды. Шул ҡыуаныслы: быйыл да улар беҙгә теләктәш һәм рухи таяныс.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының конференцияһы һәр саҡ ошо белем усағында уҙа. Әле лә кәңәшмәгә йыйылғайнылар. Бәләбәй ҡалаһы һәм районы уҡытыусылары был сара ваҡытында берҙәм рәүештә “Башҡортостан” гәзитенә яҙылды. Рәхмәт, бәләбәйҙәр!
Дилбәр Фәтхетдинованың һүҙҙәренә ҡарағанда, беренсенән, “Башҡортостан” гәзите аша улар республикала барған хәл-ваҡиғалар менән даими танышып бара, икенсенән, һәр береһе ундағы материалдарҙы дәрестә ҡуллана.