Халҡыбыҙ борон-борондан һәр эште матур йолаға әйләндереп, ябай ғына күренештән дә ҙур байрам яһап йәшәй белгән. Тик шуныһы үкенесле: заманалар үҙгәргән һайын, ошо күркәм йолаларыбыҙ ҙа юҡҡа сыға бара.
Шуға ҡарамаҫтан, һуңғы ваҡытта онотолған ҡайһы бер боронғо йолаларыбыҙҙы тергеҙергә тырышҡан ауылдар ҙа бар. Шуларҙың береһе — яҙҙы ҡаршылауға бәйле “Баш ашы” байрамы — Стәрлетамаҡ районында уҙҙы. Ул яҙғы сәсеү алдынан уҙғарылыр булған. Ҡышҡылыҡҡа һуғым һуйып, түшкәнең баш-тояғы тороп ҡалғас, баш итенән аш бешереп, һалма һалып, ҡоротлап һурпа әҙерләгәндәр. Уның янына баш-тояҡ итенән дерелдәүек һәм башҡа һый-ниғмәттәр ҙә ҡуйғандар. Был көндә ауыл халҡы, күрше-күлән бер-береһен ҡунаҡҡа саҡырып һыйлар булған.
Ә бына өс ҡаланың эре нефть химияһы предприятиелары солғанышында ҡалған Стәрлетамаҡ районының төп башҡорт ауылдары — Айыусы, Мырҙаш, Мәҡсүт — халҡының әле лә ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һаҡлап, йолаларыбыҙҙы юғалтмаҫҡа тырышып йәшәүе — үҙе бер ҡыуаныс. Онотолоп барған “Баш ашы” байрамының Айыусы ауылы мәҙәниәт йортонда гөрләп уҙыуы тап ошо хаҡта һөйләй. Был матур йоланы данлыҡлы “Юрматы” халыҡ фольклор ансамбле күрһәтте.
...Сәхнә уртаһындағы һикелә борлап самауыр ҡайнап ултыра, асығауыҙ, ҡаҙы, ҡорот кеүек ризыҡтар менән тулы табын. Күҙҙең яуын алып торған милли кейемдәрҙәге апайҙар, инәйҙәр, йәш ҡыҙҙар таҡмаҡтар әйтә-әйтә уйнап-бейеп, күңелдәрҙе рухландырып ебәрҙе. Хужабикәнең һый-хөрмәтенән ауыҙ иткәндән һуң улар, Тәңребеҙгә рәхмәттәр әйтеп:
Елберҙәшеп торһондар,
Ҡотто һаҡлап торһондар,
Яман күҙҙән һаҡлаһындар,
Татыулыҡты маҡтаһындар.
Йоҡмаһын беҙгә сирҙәр,
Имен килһендәр йылдар.
Сырхау-зәхмәт юҡ булһын,
Бала-саға туҡ булһын,
— тип һамаҡлай-һамаҡлай йорт алдында үҫеп ултырған ағас ботаҡтарына тәңкәле таҫмалар таҡты.
“Баш ашы” йолаһы күрһәтелгәндән һуң концерт дауам итте. Халҡыбыҙҙың боронғо йырҙары был ауылдарҙа ни тиклем ғәмле, көслө рухлы халыҡ йәшәүе тураһында һөйләй. Рәхим Шафиҡов күкрәк киреп башҡарған “Ҡара урман”ды, “Оҙон көй” конкурсы лауреаты Шәкирә Байғотлинаның “Илсе Ғайса”һын, Миңнур Ихсанова башҡарған “Шәүрәкәй”ҙе йотлоғоп тыңланы тамашаға килеүселәр. Флүс Сәғиҙуллин, Гөлнәзирә Биккинина, Зөлфиә Аҙнаеваларҙың сығышы ла күңелдәргә хуш килде.
Дәртле лә инде Айыусы халҡы! Мәҙәниәт йорто директоры Илмир Туйгилдиндың ҡурайҙа һыҙҙырып ебәреүе булды, залдағылар араһынан ойотоп бейергә төшөп китеүселәр ҙә табылды.
“Баш ашы”на Стәрлетамаҡ районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Сәйҙәш Сәсәнбаев та килгәйне. “Бындай байрам һуңғы ваҡытта бер ҡайҙа ла үткәрелгәне юҡ ине. Бөгөнгө матур башланғыстың дауамлы булырына ышанам. Күрше өлкәләрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙ ҙә Интернет аша күреп ҡалыр, һәм уларҙа ла, “Ҡарға бутҡаһы”, “Ҡаҙ өмәһе” менән бер рәттән, “Баш ашы” йолаһы ла тергеҙелер тип уйлайым”, — тине Сәйҙәш Ләбиб улы. Ул шулай уҡ “Юрматы” ансамблендә тиҫтәләгән йылдар әүҙем ҡатнашып килгән Зәлифә Йәләеваны 70 йәшлек юбилейы менән ҡотлап, Маҡтау ҡағыҙы тапшырҙы.
Ә һуңынан инде тамашаны ойоштороусы Наилә Хәйбуллина барыһын да “Баш ашы”на саҡырҙы. Мәҙәниәт һарайы фойеһындағы табында ултырыусы өлкән ағайҙар, апайҙар бала саҡтарына ҡайтҡандай булды. “Әсәйем бешергән һалмалы ашты иҫкә төшөрҙө был”, — тине бер ағай, күҙҙәре йәшләнеп.