Танылған яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдиҡованың “Күсле ил – көслө ил” тигән китабы донъя күрҙе. Үҙенсәлекле баҫмала башҡорт халҡының мәҡәлдәрҙә һәм әйтемдәрҙә сағылған ғаилә низам-тәртибе һүрәтләнә.
– Тәҡдим ителгән яҙмаларымды нисек атарға ла белмәйем, сөнки уны философия буйынса диссертация итеп әҙерләгәйнем, – ти Гүзәл Рамазан ҡыҙы. – Ғилми етәксем Дамир Вәлиев вафат булғас, эшемде бүтәнсә дауам итмәнем. Ғалимдарыбыҙ араһында, әҙер хеҙмәт бит, яҡлап ҡуй, тиеүселәр булһа ла, мин уны фәнни-популяр әҫәр итеп әҙерләү, бәлки, ҡулайыраҡтыр ҙа тигән фекергә килдем: күпме һанһыҙ диссертациялар яҙыла, әммә уның күпмеһе генә халыҡҡа мәғлүм була?
Бай йөкмәткеле хеҙмәт менән танышып сыҡҡас, уның ни тиклем файҙалы һәм йәш быуынды тәрбиәләү йәһәтенән кәрәкле әсбап икәнлегенә инанаһың. Автор килтергән һәр фекерҙең, һәр кәңәштең халҡыбыҙҙың тел әйтемдәре менән нығынып барыуы китаптың мәртәбәһен арттыра ғына.
“Донъя күрке – йәр менән”, “Ярап торорға кәләш алмайҙар”, “Өйләнгәнгә тиклем күҙең асыҡ булһын”, “Туй килә – уй килә”, “Ҡеүәтле өй тарҡалмаҫ”, “Йәш кәләшкә нәсихәттәр”, “Балалы йорт – баллы йорт” тигән бүлектәрҙең исеме үк китаптың йөкмәткеһен асып бирә.
Ғөмүмән, Гүзәл Ситдиҡованың был хеҙмәте һәр йорттоң өҫтәл китабына әйләнергә хаҡлы.