Бәхете лә, тәхете лә - йыр14.05.2013
Бәхете лә, тәхете лә - йырНисек һағындырған ошондай концерттар! Бына, исмаһам, тамаша! Бер ниндәй фонограммаһыҙ ике сәғәт йырла әле! Ундай сығыштар күптән онотолғанға, шундай танһыҡ ине Башҡортостандың халыҡ артисы Әлфиә Юлсуринаның концерты.

Ижадташ дуҫы, күренекле композитор Салауат Низаметдинов әйтмешләй, "Әлфиә йыл һайын үҙенсәлекле концерт ойоштора, хәҙерге заманда был — бик ҙур батырлыҡ".
Концертты үткәрергә булалыр ул (хәйер, уныһы ла бик еңелдән түгел), әммә нисек уҙғараһың бит! Бөтә ғиллә шунда.
Әлфиә Юлсурина тамашасыны әллә ниндәй сәхнә ялтырауыҡтары менән шаҡ ҡатырырға тырышмай. Уның халыҡты таң ҡалдырырлыҡ иң ҙур ҡөҙрәте — драматик тауышы һәм моңо. Һәр йырҙы йөрәгенән үткәреп, кисереп, йәндәрҙе тетрәтеп башҡарғанға ла, тамашасы менән бергә хистәр өйөрмәһендә ҡалды, мөхәббәт бурандарында аҙашты, ҡойондарҙа күккә ашты.
Хәҙерге заманда баянға ҡушылып йырлау — артта ҡалғанлыҡ, тиер кемдер. Тап шундай музыкаль оҙатыуҙа башҡарылғанда, йырсының тауыш мөмкинлектәре лә, моң мимизмдары ла, йөрәктәрҙе айҡарлыҡ кисерештәре лә күңелдәргә үтеп инә.
Ғөмүмән, Әлфиә Юлсурина үҙен тетрәтмәгән йырҙы башҡармай, шуға уның кисерештәре тамашасыға ла күсә. Залда битарафтар, телефондан айырыла алмағандар юҡ.
Йырсыларҙың фонограмма менән сығыш яһауына күнегеп бөткәнбеҙ инде, дөрөҫөрәге, тамашасыны артистар үҙҙәре шуға өйрәткән. Ысынын ғына әйткәндә, сәхнәлә туранан-тура йырлаусылар бармаҡ менән генә һанарлыҡ бит, әммә уларҙың араһында ла тотош концертты шулай үткәрә алғандар юҡ кимәлендә. Ана шуға ла Әлфиә Юлсуринаның тамашаһы сүллектәге йотом һыуға тиң булды. Үҙен йырсымын тип иҫәпләгән һәр ижадсы шулай ысын тауыш менән сығыш яһарға тейеш түгелме ни?
Әлфиә Юлсурина, "халыҡ артисы" тигән исемде тулыһынса аҡлап, башҡаларға, бигерәк тә йәш йырсыларға, һөнәри өлгө күрһәтә. Ул йырҙарынан иң беренсе сиратта үҙе ҙур ҡәнәғәтлек ала, шуға күрә лә ошо энергетиканы залға күсерә һәм тамашасы ла моң тулҡынында йөҙә.
Минең бик үҙенсәлекле бер әхирәтем бар. Ғүмер буйы бергә эшләнек. Әлфиә Юлсуринаның ижадына үлеп ғашиҡ ул. Йырсы тураһында һөйләгәндә, бер ваҡыт шундай ҡыҙыҡлы ваҡиғаны миҫал итеп килтерҙе: "Минең өләсәйем диндар кеше ине. Бәләкәй саҡта намаҙ уҡығанын күҙәткән саҡтар булды. Ап-аҡ кейемдәге өләсәй намаҙлыҡ өҫтөндә бөтөнләй бүтән затҡа әүерелә: Хоҙай Тәғәлә менән бәйләнешкә ингән кеүек инде бына. Өҫкә һуҙылған ҡулдары, әкрен генә шыбырлаған ирендәре — ҡыҫҡаһы, бар булмышы аша баҡыйлыҡ менән фанилыҡ осраша кеүек. Хатта, күктәгеләр ихтыярына буйһоноп, бына-бына улар янына осоп китер кеүек тойола башлай. Мин ана шунан ҡурҡып ҡуя торғайным. Әлфиә Юлсурина йырлағанда ла ана шул тойғоно кисерәм. Йырын шул тиклем бирелеп башҡара, шуға уны өләсәйҙең халәтендә күрәм. Тик өләсәй Хоҙайға табынһа, Әлфиәнең ҡиблаһы — йыр”.
Тап шундай мәлдә Әлфиә Юлсурина үҙенең йыр тәхетенән төшә лә бәхетенә баш эйә. Ә бәхете уның — рәхмәтле тамашасылары. Уның өсөн йыр — бәхете лә, тәхете лә.


Вернуться назад