Асыштар14.05.2013
Дәүерҙәрҙә быуындар алмашыныуы, йәмғиәт ҡоролошо үҙгәреүе, яңы рухи ҡиммәттәр, яңы мөнәсәбәттәр тыуыуы ғәжәпләнерлек күренеш түгел. Донъя бер урында тормай, тормош бер самала булмай, үҙгәрешһеҙ алға китеш тә юҡ. Һәр дәүерҙең бөйөк асыштары, өлгәштәре, еңеүҙәре була. Һәм дәүерҙәге үҙгәрештәрҙе, еңеүҙәрҙе, асыштарҙы бөгөнгө фән, йәмғиәт үҫеше кимәленән түгел, ә шул дәүерҙең йәшәү рәүеше, тәжрибәһе, һәләте, аң үҫеше кимәленән ҡарап баһалау дөрөҫ һәм ғәҙелдер.

Яңыса тәрбиәләү өлгөләре бармы?


Миҫал өсөн үткән быуатта Урал тауы битләүендә йәшәгән халыҡтар кисергән иң сағыу үҙгәрештәрҙе генә күҙаллап үтеү ҙә етә: 20-се йылдарҙа һәр ябай кеше хәреф танып, яҙырға өйрәнеп, имзаһын ҡуйып, үҙен заманаһының иң аҡыллы кешеһе тип ғорурланһа, 30-сы йылдарҙа подвалдарҙан, барактарҙан ҡәҙимге йорттарға күсеп, өйөндә ҡабынған лампочканы өрөп һүндерә алмай аптырағандар, тәүҙәрәк трактор, автомобиль тигән "шайтан арбаһы"нан ҡайҙа ҡасып йәшенергә белмәгән, күнә биргәс, артынан баҫтырып йөрөп, эсенә йәшерелгән пар аттарҙы эҙләгәндәр ҙә байтаҡ булғандыр. 40-сы йылдарҙа кеше үҙе һөйләгән, йырлаған тәрилкә-радионы күреп хайран ҡалһа, шул тәрилкәнән донъяла һуғыш башланыуы, Хиросимала атом бомбаһы шартлатылыуы тураһында хәбәр ишетеп, ҡобараһы осҡандыр. Шул уҡ "үҙе һөйләгән" тәрилкәнән 50-се йылдарҙа илдә яңынан-яңы йорттар, заводтар, фабрикалар, машиналар, каналдар, тимер юлдар төҙөлөүен ишетеп шатланған, ғорурланғандыр. Тыуған иле атом бомбаһына эйә булыуын ишеткәс, тәбиғәт холҡона хас, "үлһәм-үләм, үлтереп үләм!" тигән мәкерле уйы әҙәм күңелен тынысландырғандыр, сөнки ул яуызлыҡҡа ҡаршы яуызлыҡ менән яуап бирә алһа ғына, үҙен көслө итеп тоя! Ул дәүерҙә йәшәгән кеше ҙур асыштарға, еңеүҙәргә өлгәшеүселәрҙең замандашы булыуына һәм был иҫ киткес уңыш, үҙгәрештәргә үҙенең дә ҡыҫылышы барлығына ихлас ҡыуанһа, 60-сы йылдарҙа совет кешеһенең тәүге булып Йыһанға осоуын ишетеп, ватандаштары, иле өсөн сикһеҙ ғорурлыҡ тойғоһо кисерһә, телевизорҙан водород бомбаһын шартлатып һынауҙарын күргәс, донъя күләмендә яңы һуғыш башланыуынан ҡурҡҡандыр.
Фәҡәт 60-сы йылдар уртаһынан, һуғыш ҡыйралыштарынан илен төҙөкләндереп, яңынан-яңы машина, тракторҙар, самолеттар эшләргә өйрәнеп, йорттар, мәктәптәр, мәҙәни үҙәктәр, дауаханалар, балалар баҡсалары, тимер юлдар төҙөп, киләсәккә хыялдар ҡороп йәшәргә дәртләнде замандаштар. Был теләктәре буш урында тыуған фантазия түгел, ә ысынбарлыҡ емеше ине. Ошо осорҙа күп ғаиләләр, бөтә Ер шарында совет иле кешеһе генә яулаған хоҡуғы буйынса, коммуналь фатирҙарҙан, саман өйҙәрҙән, бер тин дә түләмәй, бөтә уңайлыҡтары булған яңы йорттарға күсеп сығыу бәхетен татый. Бөгөнгө власть һәм уның ҡуштандары, үҙҙәренә зиннәтле һарайҙар төҙөп йәшәрлек хоҡуҡ алһа ла, йәш ғаиләләргә, исмаһам, шул "хрущевка" тип кәмһетелгән фатирҙарҙы бушлай түгел, аҡсаға ла тәҡдим итә алмай.
Имен-аман, тыныс, етеш тормоштан тиҙ ялҡып, кеше, тәбиғи холҡона хас һыҙаты буйынсалыр, үҙ башына эҙләгәнен таба. "Үҙгәртеп ҡороу" сәйәсәте халыҡты эшенән биҙҙереп, һүҙ бутҡаһына батыра. Илде йолҡҡолап тарҡатыу, халыҡ милкен талау, власть өсөн ыҙғышыуҙар йәмғиәтте бөлгөнлөккә төшөрә. Ул осорҙарҙа кешеләр эш менән булышмай, митингтарға, йыйылыштарға, пикеттарға йөрөргә күнегә. Махсус рәүештә тарҡатыу, аяуһыҙ талау, яһил йолҡҡолауҙарҙан донъялағы иң ҡеүәтле, иң тотороҡло, иң татыу тип танылған бөйөк илдең нигеҙҙәре ҡаҡшай. Бер төркөм сәйәсмәндең сираттағы провокациялы идеяһын тормошҡа ашырыу өсөн тағы ла халыҡ яҙмышы ҡорбан ителеп, яулаған еңеүҙәр, өлгәшкән уңыштар, яңыртып төҙөлгән тормош селпәрәмә килә. Табыш, аҡса сығанағы булмаған мәктәптәр, балалар баҡсалары, мәҙәни үҙәктәр хәйерсе хәлендә ҡала. Завод, фабрикалар туҡтай, социаль ҡоролош нигеҙҙәре тарҡала. Бөтә Европа илдәре берләшкән мәлдә, "берлектә — бәрәкәт, тарҡаулыҡта — һәләкәт" икәнен белә тороп, татыу йәшәгән күп милләтле бөйөк ил 15 өлөшкә бүленә. Асыштары, уңыштары, өлгәштәре менән донъяның үҫешкән илдәре араһында иң алдынғы урындарҙы яулаған дәүләт дүрт-биш йыл буйы ялған сәйәсәткә бирелеүҙән бөтә эшмәкәрлек тармаҡтары, йәшәү шарттары буйынса 50 — 100-сө, хатта унан да түбәнерәк урындарға тәгәрәй. Илдә етештерелгән аҙыҡ-түлек, башҡа йәшәйеш кәрәк-яраҡ тауарҙары менән халыҡ үҙен үҙе тәьмин итә алмай, ситтән ташып файҙалана. Хатта уйынсыҡтың да 90 проценты Ҡытайҙан һатып алына.
Хәҙерге быуынға ла "ҙур асыштар" дәүерендә йәшәргә насип булды! Эйе, һуңғы 20 йыл дауамында йәмәғәт фәнни, мәҙәни, тарихи, сәйәси, географик асыштар урынына сираттағы кафе, ресторан, клуб, офис асыу сараларын "ҙур ҡәнәғәтләнеү" менән күҙәтә. Ватандаштар хәҙер нисек теләй, шулай ҡылана, бай артистар, әүҙем түрә-ҡара ҡайҙа теләй, шунда еңел бара ала, шул уҡ ваҡытта илгә теләһә кем, ҡайҙан теләй, шунан килеп иркен йәшәү хоҡуғына эйә.
Был ғибрәтле хәлдәр 90-сы йылдарҙа һәм унан һуңыраҡ тыуғандарҙың һәр береһенә ҡағылды. Бөгөн улар ҙа, власть органдарына килеп, ил яҙмышын хәл итер йәшкә етте. Үҙ уңайлыҡтарын ғына хәстәрләргә өйрәткән йәмғиәттә тыуып, үҫеп, шул фәлсәфәгә таянып йәшәргә, тормош һынауҙарын лайыҡлы үтеүгә һәләтлеләрме? Тормош арбаһы тәртәләрен ҡайһы тарафҡа борорҙар? Ил, йәмғиәт яҙмышын нисек хәл итерҙәр? Ошо шарттарҙа тыуып, ошо йәмғиәттә, ошо илдә ғүмер кисерәм, ғаилә ҡорам, балалар үҫтерәм, киләсәккә пландар, хыялдар менән йәшәйем тигән кеше йәмғиәттең ҡағиҙәләренә, ҡанундарына буйһонорға мәжбүр. Хәҙерге донъя үҫеше тиҙлегендә бер көнгә генә яңы мәғлүмәтһеҙ һәм үҙгәрештәргә мөнәсәбәтһеҙ булыуҙың мәңге ҡыуып етмәҫлек артта ҡалыуға килтереүе ихтимал! Йәмғиәт яңыса тәрбиәләү өлгөләрен тапманы, яңы ысулдарын үҙләштермәне.

Ҡиблалар буталған заман

Бөгөнгө тормош кешеләрҙе ҡыҙыҡ күренештәре, ҡыҙғаныс үҙгәрештәре менән һынауын дауам итә. Хәҙер халыҡты үҙ арҙаҡлы шәхестәренең — ғалим, табип, инженер, эшселәренең — өлгәшкән уңыштарынан бигерәк артистарҙың ғаилә тормошо, ҡараҡтарҙың урлашыуы, бандиттарҙың ҡасып ҡотолоуы, кемдең кемде алдауы нығыраҡ ҡыҙыҡһындыра. Элегерәк фиҙакәр хеҙмәттә уңыштарға өлгәшкән шәхестәр өлгө булып, уларҙың сәнғәттә, фәндә, сәнәғәттә, спортта яулаған уңыштары яңы асыштарға, саф, изге хистәргә дәртләндерҙе. Бөгөн гәзит, журнал, китап биттәрендә, экранда, телдә, ҡолаҡта ҡараҡ, бур һәм һатлыҡ йәндәрҙең "уңыштары" тураһында күренештәр, хәбәрҙәр иң алдынғы урындарҙа. Ул турала сәсәй-сәсәй, дәртләнеп, хатта илһамланып бәйән итәләр.
Урлашыу, талауҙың, ғөмүмән, енәйәтселектең етеш тормоштан түгел, ә етешһеҙлектән тыуған яуызлыҡ икәне билдәле. Контроль, күҙәтеү, эҙәрлекләү органдары һәр заманда, һәр йәмғиәттә була, бар һәм буласаҡ. Ләкин уларҙың эшмәкәрлеге ниндәй маҡсатҡа йүнәлтелгән, кемгә хеҙмәт итәләр, бурыстарын намыҫлы, һәр кемгә ҡарата ғәҙел үтәйҙәрме — шуныһы ла шарт бит әле. Бөгөн контроль, күҙәтеү, тикшереү ойошмаларының һаны 169-ға етеп, 1990 йылдағыға ҡарағанда өс тапҡырға артҡан, хеҙмәткәрҙәре иһә дүрт тапҡырға күберәк, тиҙәр. Шул уҡ мәлдә хакимлыҡта, эшҡыуарлыҡта, халыҡты хеҙмәтләндереү ойошмаларында алдашыу, урлашыу, мутлашыу осраҡтары яңынан-яңы төрҙәр менән арта ғына бара. Тимәк, сәбәп урлар, талар мөлкәт, байлыҡ, мал булмауҙа ла, күҙәтеү, тикшереү органдарының һанында ла, ҙур йондоҙло погондар тағылған сағыу формалағы кешеләрҙең күплегендә лә түгел, ә йәмғиәттең һаулығында, кешеләрҙең мәҙәни, рухи тәрбиәһендә, йәшәү шарттарында.
(Аҙағы бар).


Вернуться назад