Ваҡланабыҙ түгелме?18.11.2011
Башҡортостан журналистарының ижади әүҙемлеген үҫтереү, киң мәғлүмәт сараларының һәләтле хеҙмәткәрҙәрен дәртләндереү йәһәтенән республиканың Журналистар союзы идараһы 1989 йылдың 8 апрелендә Рәсәйҙә беренсе булып күренекле дәүләт эшмәкәре, талантлы башҡорт публицисы һәм яҙыусы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге йыл һайын бирелә торған премия булдырғайны.
Ҡарарҙа әйтелгәнсә, ул тик Журналистар союзы ағзаларына, йәғни профессионалдарға өс тармаҡ буйынса тәғәйенләнә. Тәүгеһе — очерктар, документаль повестар һәм мәҡәләләр, икенсеһе — телевизион һәм радиотапшырыуҙар, өсөнсөһө фоторепортаждар шәлкеме өсөн.
Тәүге лауреаттарға премияны шул уҡ йылдың 9 октябрендә, йәғни Ш. Хоҙайбирҙиндың тыуған көнөндә, Матбуғат йортоноң ҙур залында Шәһит Әхмәт улының ҡатыны Маһруй Мөхәмәтшәрип ҡыҙы менән уның ҡыҙы — балерина, Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Тамара апай Хоҙайбирҙина тапшырғайны.
Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинетының 1996 йылдың 30 сентябрендәге ҡарары менән ул “Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинетының (хәҙер Хөкүмәт) Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы” тип үҙгәртелде, йәғни уның статусы күтәрелде.
Бөгөн был премия лауреаттары 80-гә етте. 2008 йылдың апрелендә журналистика ветерандарының конференцияһы “Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары” тигән йыйынтыҡ сығарырға ла ҡарар иткәйне. Ул эш бөгөн тамамланып бара.
Әммә бер нәмә эсте бошора. Үкенескә ҡаршы, ҡарарҙа билдәләнгән шарттар бына нисә йыл рәттән тупаҫ боҙолоп килә. Үрҙә һаналған 80 лауреаттың тик 15-е генә телевидение һәм радио журналисы, өсәүһе генә — фотохәбәрсе.
Был — бер. Икенсенән, премия йыш ҡына осраҡлы, йәғни киң мәғлүмәт сараларында эшләмәгән кешеләргә бирелә башланы.
Премияның быйылғы лауреаты Сибәғәт Рахманғолов күптән түгел Башҡортостан юлдаш телестудияһындағы әңгәмәһендә: “Шәһит Хоҙайбирҙин премияһы ҡайһы саҡта ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ, ағай-энелек, дуҫ-ишлек принцибы менән бирелә”, — тигәйне. Хаҡ һәм бик ваҡытлы әйтелгән һүҙҙәр. Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа премияның номенклатура күҙаллауҙарына, идеология маҡсаттарына, хатта иерархия баҫҡыстарына ҡарап та бирелеү осраҡтары аҙ түгел.
Положениеға ярашлы, әҫәрҙәр хеҙмәт коллективтары йыйылыштарының протоколы менән комиссияға 15 июлдән 1 сентябргә тиклем ебәрелә. Комиссияға алынған әҫәрҙәрҙең исемлеге киң йәмәғәтселек тикшереүенә сығарыу өсөн республика матбуғатында баҫыла һәм телевидение, радионан тапшырыла. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса комиссия ҡарары Башҡортостан Хөкүмәтенә 1 октябргә тиклем бирелә һәм уның бойороғо менән Ш. Хоҙайбирҙиндың тыуған көнөндә республика гәзиттәрендә баҫыла, телевидение һәм радионан тапшырыла.
Был положение ла һаман боҙолоп килә. Быйыл, мәҫәлән, ундағы бер генә срок та иҫәпкә алынманы, һәм премияны тапшырыуҙы ла 10 көнгә һуңлаттылар. Тимәк, комиссия ағзалары положениены белмәй, уҡығаны ла юҡтыр. Комиссияны алмаштырыу, улар урынына Башҡортостан журналистикаһы өсөн янып-көйгән компетентлы һәм профессиональ журналистарҙы ҡуйыу хәстәрлеген күрергә кәрәк.
Минеңсә, премияға кандидаттар һайлағанда дәғүәселәрҙең бер генә сағыу сығышын түгел, бәлки, уларҙың барлыҡ ижад юлын, республикабыҙ журналистикаһына индергән өлөшөн дә иғтибарға алырға кәрәктер.
Ризван ХАЖИЕВ,
1988—1996 йылдарҙа Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияны ойоштороусыларҙың береһе.


Вернуться назад