Еңеү байрамына — мәҙәниәт усағы14.05.2013
Еңеү байрамына — мәҙәниәт усағыБыйылғы яҙ бик инәлтеп, көттөрөп кенә килде. Өҫтәүенә ҡарҙан әрселгән Ер-әсә ҡышҡы йоҡоһонан тамам уянып, йәшел үлән морон төртөүгә һәм ҡайын япраҡ ярыуға көн тағы ла һалҡынайтып ебәрҙе. Әммә тәбиғәт үҙ ҡануны менән йәшәй: ҡуйы ҡара болоттарҙың өҫтөнә ҡояш нурҙарын үткәрмәҫкә тырышыуына, һалҡын елдәр өҙлөкһөҙ иҫеүгә ҡарамаҫтан, һыу буйҙарында һәм туғайлыҡтарҙа — муйыл, баҡсаларҙа алмағас ап-аҡ сәскәгә күмелде. Бына, тау һыртлауҙарында ла тубылғы, селек шау сәскә булып тирә-яҡҡа баҡҡан. Беҙ юл тотҡан Күгәрсен районының Ерекле ауылына илткән юл ситендә бер рәткә теҙелгән йәш ҡайындар “йәшел яулығын” болғап ҡала. Эйе, әле тирә-яҡ мөхиттең иң саф, иң йәмле осоро.

Ауылға яҡынлашҡан һайын ысынбарлыҡ үҙенең яңынан-яңы күренештәрен аса: юлдың ике яғынан да һуҙылып киткән сикһеҙ баҫыуҙарҙың “ҡара юрғаны” боҫрап ята; Ереклегә етәрәк урынлашҡан зыярат матур итеп кәртәләп алынған, ҡоймаһы аҡҡа буялған. Ә ҡапҡаһы һуң, ҡапҡаһы! Ҡара әле, ауыл исеме яҙылған арка ла яңыртылған...
Райондың көньяҡ-көнбайыш сигендәге бәләкәй генә ауылда был көндө беҙҙе һәр кем байрамса тантана менән ҡаршыланы. Йорттары ҙур, төҙөк, ҡоймалары сағыу төҫтәре менән балҡып, ә урам-ихаталары таҙалығы, бөхтәлеге менән ялтырап торған Ерекле, әйтерһең дә, донъяға бөгөн генә тыуған. Туҡта, ауыл уртаһындағы клуб алды, гүйә, аллы-гөллө сәскә атҡан: алдына халыҡ йыйылған йортҡа илтеүсе бәләкәй генә ҡапҡа башында шарҙар елгә елбер-елбер килеп тулҡынлана; байрамса кейенгән бала-саға, ҡыҙ-ҡырҡын урынында тороп сыҙамай; юл аша еңел автомашиналар теҙелгән, ир-егет ҡойма буйында гәп ҡора...
Эйе, халыҡ бөгөн күптән көтөлгән байрамға — реконструкциянан һуң асыласаҡ клубты туйларға тип йыйылған һәм райондан килергә тейешле ҙур ҡунаҡтарҙы Еңеү байрамына — мәҙәниәт усағытүҙемһеҙлек менән көтә. Көслө зат вәкилдәре араһынан ауыл старостаһы Рәйес Мәжитовты тоҫмаллауы ауыр булманы – ул был яҡтарҙа күптән инде умартасы булараҡ танылыу алған. Ауылдың хәлен унан да яҡшыраҡ белгән кеше юҡ инде ул.
— Беҙҙә барлығы — 49 йорт. Ерекле халҡы, шөкөр, шул тиклем берҙәм. Берәй эш килеп сыҡһа, күмәкләп һөйләшеп-кәңәшләшәбеҙ ҙә башҡарып та ҡуябыҙ. Әйтәйек, йыйында ауыл зыяратын кәртәләргә кәрәк, тигән тәҡдим менән сығыш яһауҙары булды — халыҡ дәррәү генә ҡупты. Бағаналар һатып алыуға һәр ғаилә үҙ өлөшөн индерһә, ҡойма өсөн ауылдашыбыҙ Урал Мортазин үҙ иҫәбенә алған таҡтаһын бирҙе. Май байрамдары алдынан “Таҙа республика хаҡына” тигән акцияға ҡушылып, ауылыбыҙҙы һәм уның тирә-яғын таҙартып, төҙөкләндерҙек. 1986 йылда төҙөлгән клубыбыҙ ремонтҡа мохтаж ине, халыҡ менән йыйында кәңәшләштек тә район хакимиәте башлығына мөрәжәғәт итергә булдыҡ. Рәхмәт, Фәрит Мырҙагилде улы беҙҙең ниәтте хупланы һәм быйыл мәҙәниәт усағын реконструкциялау башланып та китте: яуаплы эште “Энергия” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте (етәксеһе — Мансур Әбсәләмов) үҙ өҫтөнә алды. Төҙөүселәр бригадаһына айырым рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, — тип һөйләп алып китте ауыл старостаһы. – Әле ауыл ир-егеттәре менән йыйылышып, клуб артында балалар өсөн хоккей ҡабы эшләргә булдыҡ. Ереклелә бит балалар күп кенә, улар һәр яҡлап әүҙем, спортты яраталар. Профессиональ әҙерлеге булмаһа ла, ауылыбыҙҙың көрәшсеһе Ришат Вәлитов, ата-әсәләрҙең үтенесе буйынса, бына икенсе йыл инде 8-18 йәшлектәрҙе көрәш серҙәренә төшөндөрә, хәҙер йәштәребеҙ төрлө кимәлдә үткәрелгән турнирҙарҙа призлы урындар яулай башланы. Ошо көндәрҙә Ейәнсура районы үҙәгендә уҙғарылған “Үҫәргән батыры” ярышынан да еңеү яулап ҡайттылар. Тренерыбыҙға эш урыны бирһәләр, бик яҡшы булыр ине, әлбиттә. Район хакимиәте башлығы, был матур башланғысты хуплап, балаларға көрәшеү өсөн келәм бүлде. Ғөмүмән, урындағы етәкселек яғынан һәр ваҡыт аңлау һәм яҡлау табабыҙ, сөнки улар ҙа ереклеләрҙең матур йәшәгәнен, тырышлығын күреп тора. Халҡыбыҙ, ысынлап та, ярышып донъя көтә, йорт һала, мал, ҡош-ҡорт аҫрай. Тирә-яҡта эш юҡ тип зарланыусылар күп булһа, беҙҙекеләр аптырап тормай, Өфө, Ырымбур, Мәскәү ҡалаларына, Себергә китеп, шөғөлөн дә, аҡсаһын да таба. Әле кисә генә шул ситтә эшләүселәр өр-яңы машиналар алып ҡайтты. Халыҡ ихлас булғанғамы, артистар беҙгә киләбеҙ тип кенә тора. Бына бөгөн сығыш яһарға Ғәзим Ильясов ҡайтып төштө, иртәгә районыбыҙҙың үҙешмәкәр йырсыһы Риф Бикбаев киләсәк. Шулай итеп, һәр мәсьәләне, ғәмәлде бөтә ауыл менән бергәләп хәл итәбеҙ.
Яңыраҡ ауыл малын көтөү мәсьәләһен дә яйға һалдыҡ. Инде мәсет төҙөп ултыртһаҡ, унда балаларыбыҙ йөрөр, исмаһам. Йылайырға сығып, бураһын белешеп ҡайттым. Өмә ойоштороп, күтәреп, ҡороп ултыртырға ине... Йәш балаларыбыҙ күп, шуға ҡатын-ҡыҙ менән һөйләшеп, шәхси балалар баҡсаһы булдырыу тураһында һөйләшмәксебеҙ. Иманым камил, был һүҙҙә генә ҡалмаясаҡ, сөнки беҙҙең ҡатындар ҙа бик эшлекле. Ауылдаштарыма республиканың “Айыҡ ауыл” акцияһына ҡушылырға тип тәҡдим яһарға уйлайым. Берәү ҙә баш тартмаясаҡ. Ереклелә хәҙер эскегә әүрәгән кеше юҡ. “Бөтөн ауыл менән – Башҡортостанға!” тигән акцияла ҡатнашыу мәсьәләһен дә йыйында хәл итәсәкбеҙ инде...
Һуңғы йылдарҙа ауылдар “ҡартая”, бөтә тип лаф ороусылар күбәйә, ә бына район сигендәге бәләкәй генә Ереклелә ундай кәйефтең осмото ла булмауы һөйөндөрҙө. Олоһоноң-кесеһенең — ир-егет булһынмы, ҡатын-ҡыҙмы – һәммәһенең тырышып донъя көтөүе күптәргә өлгө булырлыҡ. Ишле ғаиләләр ҙә байтаҡ икән. Әле башланғыс мәктәптә туғыҙ бала уҡып йөрөй. Киләһе йылды иҫәпкә алмағанда, артабан беренсе класҡа килеүселәр артасаҡ. Тимәк, мәктәпте ябыу тураһында һүҙ алып барыу мөмкин дә түгел! Шулай уҡ ошо көндәрҙә бер нисә егет хәрби хеҙмәткә китергә әҙерләнә. Ауылдың киләсәге нәҡ ошо йәштәр иңендә инде.
Ишле ғаиләләр күп тигәндән, алты балалы Раил Тайғунов та, бар эшен ситкә ҡуйып, игеҙәктәрен эйәртеп, тантанаға килеп еткән. Колхоз заманында малсылыҡта эшләгән, хужалыҡ юҡҡа сыҡҡас ситкә китеп йөрөп ҡараған уҙаман ғаиләһенән алыҫта оҙаҡ түҙмәгән – ауылға ҡайтып, мал-тыуарын ишәйтеп йәшәргә булған. Район етәкселеге үҙ ярҙамынан мәхрүм итмәгән уны – ҡуртымға ун һауын һыйыры бүлеп, лизингка трактор һатып алыу форсатын биргән. Биш йылдан йүнсел ун һыйырын кире ҡайтарып бирәсәк, ә быҙауҙары, алған продукцияһы үҙенең ҡулында ҡаласаҡ.
— Арзан булһа ла, һөттән айына 30 мең һум килеп тороуы яҡшы. Йыбанып ултырһаң, уныһы ла булмаҫ ине, — ти ауыл хеҙмәтсәне, булғанына шөкөр ҡылып. – Әле кәртәмдә, ун һыйырҙан тыш, 17 баш йәш малым тора. Уларҙы быйылға ауыл көтөүенә ҡуштым. Мал һанына ҡарап, сиратлап көтәбеҙ. Миңә, әлбиттә, “һыйыр ҡойроғон күберәк борорға” тура киләсәк. Ярай, балаларым ярҙам иткәс, бирешмәм. Һыйырҙар һанын утыҙға еткереү ниәте менән йәшәйем. Киләһе йылға инде малдарҙы айырым көтөргә уйлайым.
Ишле ғаилә башлығы менән әңгәмәләшеп бөтөүгә, яныма “Үҫәргән батыры” турнирында танышҡан Ерекле уҙаманы – йәш көрәшселәрҙе үҙ машинаһында ярышҡа алып килгән Наил Рыҫҡолов килеп, Ришат Вәлитовтың тәрбиәләнеүселәре тураһында гәзиттә мәҡәлә сығамы икәнен белеште. Күреүебеҙсә, бында атайҙар ысын “ыласындар” тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Матди яҡтан ғына түгел, ә үҙ өлгөһө менән дә.
Тиҙҙән ҡунаҡтар ҙа килеп етте. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тәҡдим иткән икмәк-тоҙҙан, ҡымыҙҙан ауыҙ итеп, уҡыусыларҙың байрамса тәбрикләүен тыңлап, улар ҡапҡанан эскә үтте.
— Ереклелә яңыртылған клуб асылыуы ауыл халҡына ғына түгел, бөтә район өсөн шатлыҡлы, — тип башланы сығышын район етәксеһе Фәрит Мусин. — Бөгөн Түләбайҙа ла клуб астыҡ. Тағы ла биш ауылда мәҙәниәт усағы төҙөлә. Тимәк, бындай ауылдарҙың бөгөнгөһө, шулай уҡ киләсәге бар. Ереклелә берҙәм халыҡ йәшәй. Сәйәси сараларҙа ла әүҙемлек күрһәтәһегеҙ: ике һайлау осоронда һеҙҙең тарафтан аңлау һәм яҡлау таптыҡ, рәхмәт. Ғөмүмән, халыҡ берҙәм ерҙә эш уңа. Район хакимиәте ауылдар, унда йәшәгән халыҡ яҙмышына битараф түгел. Әйтәйек, күрше Мәҡсүт ауылында нисәмә йыл ҡарауһыҙ ултырған ике ҡатлы йорттар хәҙер өр-яңынан төҙөлгән кеүек. Зыяраттарҙы кәртәләүгә ҙур иғтибар бүленә. Йорт һалырға теләүселәргә ер участкалары бирелә. Һеҙҙә иһә йәштәр, балалар бик тәртипле, тырыш. Милли көрәш менән шөғөлләнгән үҫмерҙәрегеҙ — беҙҙең өсөн һөйөнөс. Ерекленең тарихы бай, кешеләре матур. Ошо мәҙәниәт усағы һеҙгә артабан да хеҙмәт итһен, ә һеҙ уның ҡәҙерен белегеҙ. Төҙөүселәргә ҙур рәхмәт. Бөгөнгө ошо йәмле байрам менән һәм, әлбиттә, Еңеү көнө айҡанлы барығыҙҙы ла ҡотлайым!
Төҙөлөш фирмаһы етәксеһе Мансур Әбсәләмов:
— Һеҙҙең менән һәм һеҙҙең өсөн эшләү һөйөнөслө булды. Бигерәк тә район етәкселеге яғынан ярҙам, аңлау, ихласлыҡ тойҙоҡ. Беҙҙән һеҙгә – музыкаль үҙәк, — тип, бүләген клуб мөдире Рәзилә Ҡолдәүләтоваға тапшырҙы.
Ал таҫманы ҡырҡып ҡунаҡтар һәм ауыл халҡы клуб эсенә үтте һәм ах итеп ҡалды: заманса итеп биҙәлгән, төҙөкләндерелгән сынъяһау мәҙәниәт усағы һәр кемдең һушын алырлыҡ шул. Ысынлап та, ҡәҙерен генә белһендәр.
Байрам уңайынан ереклеләрҙе шулай уҡ “Октябрьский” асыҡ акционерҙар йәмғиәте вәкиле, Мәҡсүт ауыл хакимиәте башлығы ҡотланы. Тантана райондың мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре һәм ауылдың һәүәҫкәр артистары, балалар ҡатнашлығындағы концерт менән тамамланды.


Вернуться назад