Зәйнулла ишан юлынан14.05.2013
Халыҡ дини тәрбиәнең ни ҡәҙәр әһәмиәтле булыуына ныҡлы төшөнгән мәлдә заманында ошо йүнәлеште алға әйҙәгән шәхестәрҙең рухи мираҫын өйрәнеүгә һәм ошо ғилемде үҫтереүгә ынтылыш арта.
Мәҫәлән, әле билдәле мәғрифәтсе, йәмәғәт эшмәкәре Зәйнулла Рәсүлевтең тыуыуына 180 йыл тулыуға арналған “Рәсәйҙең мосолман донъяһы: традициялар һәм яңылыҡтар” халыҡ-ара симпозиумы бара. Кисә сараның пленар ултырышы булды, унда Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Дәүләт-дин мөнәсәбәттәре буйынса совет рәйесе Вячеслав Пятков, Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Фирҙәүес Хисамитдинова, Башҡорт дәүләт университеты профессоры, тарих фәндәре докторы Марат Ҡолшәрипов һәм башҡалар сығыш яһаны. Барыһы ла Зәйнулла ишандың бай мираҫына, шәхси һыҙаттарына туҡталып, уларҙың йәш быуынды тәрбиәләү йәһәтенән ҙур әһәмиәтен билдәләне.
Сарала шулай уҡ Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин, республика министрлыҡтарынан, Өфө ҡалаһы хакимиәтенән вәкилдәр, Ҡаҙағстандан, Азербайжандан, Украинанан тарих, философия, этнография, тел ғилеме һәм башҡа өлкәләр буйынса белгестәр ҡатнашты. Форумдың эше артабан секция ултырыштарында дауам итте.
Симпозиумда ҡатнашыусылар бөгөн Зәйнулла ишандың исеме менән бәйле урындарҙы күрергә Учалы яҡтарына сәйәхәткә юллана.