Шайморатов — Сибайҙа!11.05.2013
Шайморатов — Сибайҙа!Хәйбулла районы
Бөйөк Еңеүҙең 68 йыллығы районда киң билдәләнде. Һәр ауыл биләмәһендә тантаналы митингтар, батырлыҡ дәрестәре, һуғыш һәм тыл ветерандары менән осрашыуҙар үтте.
Мәҫәлән, Әбделхаҡ Иҙрисов — 1-се Мырҙа ауылында иҫән ҡалған берҙән-бер фронтовик. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һуғыш ветераны әле лә сафта: уҡыусылар менән осрашыуға килә, ауыл халҡына үҙ кәңәштәрен бирергә лә өлгөрә. Дин юлына баҫҡан олатай Еңеү байрамын имен-һау ҡаршылауына ифрат шат.
Бөгөн Хәйбулла районында бөтәһе 37 һуғыш һәм 617 тыл ветераны йәшәй. Шуныһы ҡыуаныслы: Еңеү көнө алдынан Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренең тол ҡатындарына торлаҡ алыу өсөн сертификат тапшырылды. Миңзифа Бикбова менән Тамара Лешкинаның шатлығы сикһеҙ.
Сибай ҡалаһы
Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты директоры Зиннур Йәрмөхәмәтовтың халҡыбыҙ өсөн эшләгән изге эштәре бихисап. Тап уның ярҙамы менән уҡыу йортонда 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығына арналған тарихи композиция эшләнде.
Бындай монументаль барельеф республикала тәүгеләрҙән барлыҡҡа килгәйне. Күптән түгел Сибай институтының музейында 112-се (16-сы гвардия) Башҡорт атлы дивизияһы командиры генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың һынын, дивизияның данлы һәм шанлы юлын һүрәтләгән тағы ла бер монументаль барельеф хасил булды. Улай ғына түгел, ошо көндәрҙә музейҙың бер стенаһына Хәрби Дан музейының ғилми хеҙмәткәре Илдар Шәйәхмәтов етәкселегендәге рәссамдар тиҙ арала башҡорт халҡының ҡаһарман улын һынландырҙы. Дивизияның ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ юлын күрһәткән экспозицияла башҡорт атлыларының данлы юлының йылъяҙмаһы урын алған. Шунда уҡ Башҡорт атлы дивизияһында фронт юлын үтеп, күрһәткән батырлыҡтары өсөн Советтар Союзы Геройы исеме бирелгән 78 яугирҙең фотоһы һәм улар хаҡында белешмәләр урынлаштырылған.


Вернуться назад