Күкрәктәрен орден-миҙалдар биҙәгән, туҡһанды-йөҙҙө ваҡлаһалар ҙа, баштарын юғары тотҡан ветерандар, төркөм-төркөм булып, дәһшәтле осор хаҡында хәтирәләрен һүтә. Берсә йылмая улар, берсә күҙҙәренән йәштәр тәгәрәй. Еңеүселәргә һоҡланып, яндарында бала-саға сыр-сыу килә. Йәштәр ветерандарҙың ҡулдарын ҡыҫып ҡотлай. Хәрби техника теҙелгән. Урамдарҙы шарҙар, байрам плакаттары биҙәй... Стәрлетамаҡтар Бөйөк Еңеүҙең 68 йыллығын шулай ҡаршыланы.
1941—1945 йылдарҙа фронтҡа 16 мең улын һәм ҡыҙын оҙата был ҡала. Күптәренә, билдәле, тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырға насип булмай — иле өсөн яуҙа башын һала улар.
Бынан тыш, стәрлетамаҡтар фронтты аҙыҡ-түлек, ҡорал менән дә тәьмин итә. Һуғышҡа тиклем ни бары өс завод-фабрикаһы булған ҡалала 1941 йылдан 14 предприятие эшләй башлай. Күптәре һуғыш барған урындан тыныс яҡҡа күсерелә. Шулай уҡ хәрби уҡыу йорттары ла барлыҡҡа килә Стәрлетамаҡта.
...Был көндө Еңеү таңы өсөн һәммәһе лә ветерандарға рәхмәт әйтергә ашыҡты. “Сираттағы Еңеү көнөн билдәләп, халҡының, яҡындарының һәм туғандарының бойондороҡһоҙлоғо өсөн ғүмерен биргән яҡташтарыбыҙҙың үлемһеҙ батырлыҡтары алдында баш эйәбеҙ!” — тип белдерҙе Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Алексей Изотов.
Йыр-бейеүҙәр, ярыш-уйындар, салют менән үрелеп барған байрам тантанаһы төнгә тиклем дауам итте.
Әхмәт МЫРҘАГИЛДИН, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны: — Башта Ырымбур өлкәһендә әҙерлек курсы үттем, 2-се Украина фронтында булдым.
Һуғыш бит, төрлөһө бар ине. Ике кешегә бер мылтыҡ, бер нисә тәүлек йоҡламаныҡ, барыһы ла хәтерҙә. Тәнгә ярсыҡ та инеп “ултырҙы”, әммә бирешергә Хоҙай ҡушмағандыр.