Төп бүләк — Күгәрсен менән Учалыла11.05.2013
Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районындағы боронғо башҡорт ауылы Һарыла төрки халыҡтары ижадының “Уралым” төбәк фестивале үтте. Сараның тап ошонда уҙғарылыуы осраҡлы түгел — Ҡоншаҡ районында башҡорттар күпләп йәшәй.

Урындағы халыҡтан тыш, фестивалдә шулай уҡ Башҡортостандың Күгәрсен һәм Учалы райондары коллективтары ҡатнашты. Күгәрсендәр тамашасыларҙы ҡурай менән ҡумыҙҙа уйнап ҡыуандырҙы. Улар башҡарыуында башҡорт халыҡ йырҙары һәм көйҙәре яңғыраны.
Күгәрсен районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Рәмзиә Хөснуллина Силәбенең “Нур” башҡорт коллективына махсус бүләк — ҡурай тапшырҙы. Өлкәләге Башҡорт халыҡ үҙәге рәйесе урынбаҫары Венера Аҡмөхәмәтова, Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе вазифаһын башҡарыусы Наил Шәйҙуллин конкурсанттарҙы ихлас ҡотланы.
Фестиваль йомғаҡтары буйынса балалар төркөмөндә Учалы районының “Оҙонкүл” бейеү коллективы, өлкәндәр араһында Күгәрсен район мәҙәниәт һарайының ижади төркөмө төп бүләкте яуланы. Һарыла уҙғарылған фестивалдә йәмғеһе 45 ансамбль, 11 дуэт, бер трио һәм 91 солист ҡатнашты.


Вернуться назад