Хәҙерге әҙәби телебеҙҙең “милли айырымланыуы”на бер ҡараш07.05.2013
Әлбиттә, Науаиҙың “Хәмсә”һе менән Ҡол Ғәлиҙең “Ҡисса-и-Йософ”он сағыштырыу, бәлки, урынһыҙҙыр ҙа. Әммә ижад ителеү осоро менән тәүгеһе, “Йософ ҡиссаһы" — ХIII быуатҡа (1212– 1233 йылдар), икенсеһе ХV быуат баштарына ҡарай. Тәүгеһе хаҡындағы мәғлүмәттең “Көнбайыш һәм Көнсығыш” китабы авторына барып етмәүе бар. Нисек тә беҙ Н. Конрадтың төрки донъяһына ҡараған әҙәбиәттең әҙәби телдең “милли айырымланыуы” аша “әҙәби айырымланыу”ға өлгәшеүе хаҡындағы ҡарашына ярашлы шундай уҡ төрки телле “Ҡисса-и-Йософ”тың Науаиҙың “Хәмсә”һенән элгәре бындай аҙым яһағанын танымай булдыра алмайбыҙ. Ул саҡта шуның менән Н. Конрад Көнсығыш әҙәбиәтендәге “милли айырымланыу”ҙы үҙаллы үзбәк әҙәбиәтенең донъяға килеүенә бәйләй икән, пәйғәмбәрҙәр темаһын төрки телендә беренсе булып күтәргән Ҡол Ғәлиҙең хеҙмәте нимәлә һуң? Был да Көнсығыш әҙәбиәтендә төрки телле әҙәбиәттең “милли айырымланыу” факты була түгелме һуң? Әйтәйек, үзбәк әҙәбиәте кеүек башҡорт әҙәбиәтенең дә. Ошолай сағыштырыуҙа, тимәк, башҡорт әҙәбиәтенең Көнсығыш әҙәбиәтендә “милли айырымланыу” процесы ла уның төрки телен өҫтөн күреүенән башланған, тип фараз итергә булалыр. Уға туған телендәге әҙәбиәт ҡеүәһенә өлгәшкәнгә ҡәҙәр быуаттарға һуҙылған оҙон юл үтәһе бар әле. Был юлда сығатай төркиендәге әҙәби тел уның ышаныслы юлдашына әүерелә. Алда һүҙ булғанса, башҡорт әҙәбиәте ХХ быуат башында ғына унан ныҡлап айырымланып, татар әҙәбиәте менән бергә яңы әҙәби телгә – башта Ҡазан төркие тип танылыр әҙәби телгә — күсә.
— Әле һеҙ "Ҡазан төркие", "Ҡазан төркие әҙәби теле" тигән төшөнсәләрҙе ҡулланаһығыҙ…
— Татар һәм башҡорт телдәренең күп быуаттар сығатай төркиен үҙ күреп ҡулланып килеүе, һис шикһеҙ, уларҙа тәрән эҙ ҡалдыра. Үҙ нәүбәтендә төрки теле үҙе лә ҡасандыр уны ҡыҫып тотҡан ғәрәп һәм фарсы телдәренең йоғонтоһон кисерә. Беҙ М. Өмөтбаевтың был хаҡта башҡорт теленә ҡағылышлы, “Күп һүҙҙәр Урта Азия халыҡтарынан, атап әйткәндә, сығатайсыларҙан үҙләштерелгән. Шуға ла һөйләшеүҙә күберәген ғәрәп һәм фарсы һүҙҙәре ҡулланыла”, тип яҙғанын беләбеҙ. Икенсе бер урында ул “Башҡорт теле элек тә, хәҙер ҙә төрки ҡатышмаһынан тора” тип һығымта яһап ҡуя. Беҙгә сығатай төркиенән әҙәби телгә күсеүгә иң күп көс һалған күренекле ғалим һәм яҙыусы Ҡәйүм Насириҙың яңы әҙәби телдең “ғәрәп һәм фарсы телдәренең ярҙамы менән булһа ла” матур һәм төҙөк бер хәлгә килә алыуы хаҡында әйткәне билдәле.
Быларҙың барыһы ла сығатай әҙәби теленең ғәрәп һәм фарсы телдәренең йоғонтоһон үҙе генә кисереп ҡалмай, уны татар һәм башҡорт телдәренә лә алып инеүе хаҡында һөйләй. Ғәрәп һәм фарсы һүҙҙәренең ике телдә лә үҙ булып китеүе уларҙың үҙ-ара оҡшашлығын һәм яҡынлығын тағы ла арттыра төшә, әҙәби телдең уртаҡлығын еңеләйтә. Был йәһәттән ике әҙәбиәт тә сығатай төркиенә рәхмәтле булырға тейештер.
— Беҙҙеңсә, ХIХ быуаттың икенсе яртыһы был яҡтан ниндәйҙер һынылыш осоро була…
— Ғөмүмән, башҡорт әҙәби теле үҙенә бындай көн етеүен күптән көтә ине. Татар әҙиптәрендә сығатай төркиенән ситләшеп, яңы әҙәби телгә күсеү ниәте асыҡ төҫ ала барған бер мәлдә, башҡорт әҙиптәрендә лә туған телендә үҙаллы әҙәбиәт тыуҙырыу теләге көсәйә. М. Өмөтбаев шул осорҙағы был яҙыу теле хаҡында (әле ҡулъяҙма әҙәбиәткә бәйле һүҙ бара булырға тейештер) “ул ҡайһы берәүҙәр уйлағанса Ҡазанса түгел” тип күрһәтеп, уның “Ырымбур крайының (йәғни ерле халыҡтың – З. Н.) дөйөм ҡулланыла торған һөйләшендә” булыуын билдәләй. Ул үҙенең “Йәдкәр"енең тәүге вариантын да шул телдә яҙғандыр тип уйланыла. Сөнки ғалим был әҫәрен шул замандың китап теленә әйләндергәндән һуң ғына баҫтырып сығара ала. Ул 1892 йыл Ҡазанда донъя күрә. Ғәбделҡадир Инандың да “Башҡорт йәйләүендә” исемле хикәйәһен “Шура” журналы редакцияһында 1913 йылда ул яҙған телдән ошо баҫма теленә күсерелгәс кенә ҡабул итәләр. Автор уны үҙ һөйләшендә яҙған була. Был йәһәттән Сафуан Яҡшығоловтың 1916 йылда сыҡҡан “Күңел ялҡындары” китабына Ғ. Амантай биргән баһа бик фәһемле. Ул ундағы шиғырҙарҙың “айырым башҡорт һүҙҙәрен эсенә алыуын” күҙҙә тотоп, үҙ фекерен нығыта. Китаптағы бер шиғырҙа ла бер бөртөк ғәрәп һәм фарсы һүҙе юҡ, хатта башҡорт һөйләшенә хас, татар теленә ят булған һүҙҙәрҙең тыңҡыслап бирелгәнен күрәбеҙ, тип яҙа ул. “Был бер Сафуанға ғына түгел, был мәлдәге бөтә башҡорт яҙыусыларына хас”, тип тә өҫтәп ҡуя.
Юғарыла килтерелгән миҫалдар сығатай төркиенән яңы әҙәби телгә күсеүҙә башҡорт әҙәбиәтендә лә үҙаллы аҙым яһауға ынтылыш булыуын күрһәтә. Үкенескә ҡаршы, яңы әҙәби телгә күскәс тә, был яңы телдең сығатай төркие һымаҡ уҡ уртаҡ әҙәби тел хеҙмәтен үтәүҙе дауам итеүе башҡорт теленең дәүләт теле вазифаһын ғәмәлгә ашырыуҙа етди ҡытыршылыҡтар тыуҙырҙы. Шуның өҫтөнә башҡорт зыялыларының ҙур бер өлөшө быға ғилми күҙлектән яҡын килеүгә әҙер булмай сыҡты. Татар әҙәбиәтенең дә башҡорт әҙәбиәте менән бер дәрәжәлә ҡулланылыуынан ике әҙәби тел араһында барлыҡҡа килгән оҡшашлыҡ, йәғни сығатай төркиенән килгән беришлек, улар тарафынан татар теленең өҫтөнлөгө тип ҡабул ителде. Йәнәһе, быларҙың барыһы ла — татар теленең йоғонтоһо, башҡорт шиүәләренең татарлашыуы һөҙөмтәһе. Ошо хәл әҙәби телебеҙ тирәһендә бөгөн дә барған бәхәскә сәбәпсе булды ла.
Эштең асылы шунда: Башҡортостан Мәғариф комиссариаты ҡарамағындағы әҙәбиәт бүлексәһе (хәҙерге Башҡортостан Яҙыусылар союзы) ултырышында Үҫәргән, Ҡыпсаҡ, Юрматы, Түңгәүер, Табын һымаҡ башҡорт ырыуҙарының теле, хатта Дим, Туҡ һәм Соран йылғалары буйы башҡорттарын да индереп, татарлашҡан тип табылып, әҙәби телдән ситләштерелде. Һөҙөмтәлә, алда һүҙ булғанса, Тамъян-Ҡатай шиүәһен башҡорттарҙың әсә телендәге әҙәби теленә нигеҙ итеп алыу хаҡында ҡарар ҡабул ителеп, унда: “Бынан һуңында лазыми (мотлаҡ – З. Н.) рәүештә бүлексәгә (йәғни яҙыусылар союзына – З. Н.) тамъян-ҡатайса яҙырға”, — тип күрһәтелде (“Башҡортостан хәбәрләре”, 1921 йыл, 16 апрель).
Шулай итеп, хәҙерге башҡорт әҙәби теле башҡорттарҙың әҙәби теле сәхнәһенә сыҡҡан тәүге көнөнән үк башҡорт шиүәләре араһында яҡынлыҡ эҙләү, уларҙы “бер нөктәгә йыйыу, бер епкә теҙеү” урынына бер-береһенә ҡаршы ҡуйыу, үгәйһетеү юлынан китте. Һөҙөмтәлә был башҡорт телен үҙенең этник теле тип һанаған башҡорт ырыуҙарының башҡортлоғон шик аҫтына ҡуйыуына сәбәпсе булды, уларҙың милли беришлек һәм милли тупланғанлыҡ юлында яңы шарттарға яраҡлашыуына етди ҡамасауланы.
— Һеҙ “Тауға ҡарап тау булып булмай” исемле мәҡәләгеҙҙә (“Башҡортостан”, 2011 йыл, 2 апрель), шул осорҙағы мәктәп эшенең ҡуйылышына баһа биргәндә, республикабыҙ Президенты Рөстәм Хәмитовтың бик фәһемле һүҙҙәрен килтерәһегеҙ.
— Эйе, иң элек шуны әйткем килә: минең үҙемә Рөстәм Зәки улының тел мәсьәләһе буйынса асыҡтан-асыҡ һөйләшеүе оҡшай. Ул, юғары трибунанан булһынмы, Интернет аша бәйләнешкә инһендәрме, һәр саҡ үҙенә тоғро ҡалып, ихлас һүҙ алып бара. Президенттың “Газета. ru” хәбәрсеһенең һорауҙарына яуабында ла шуны күрәбеҙ. Ул хәбәрсене ҡыҙыҡһындырған бер һорауҙы ла ситләтеп үтмәй, айырым алғанда, милли мәсьәләгә бәйле уҙған быуаттың 30-сы йылдары тарихына ҡайтып, уға асыҡлыҡ индерә. Башҡорттар менән татарҙар тығыҙ аралашып йәшәгән төбәктәрҙәге мәктәптә әҙәби телдә уҡытыу мәсьәләһенең аҙаҡҡаса хәл ителмәүе аҙ роль уйнаманы. Нисек кенә булмаһын, Рөстәм Зәки улы был осорҙағы милли мәсьәләгә мөнәсәбәтте “ҙур буталсыҡ индереү” тип атаны.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың башҡорт теленең бөгөнгө торошона юғары баһа биреүе беребеҙгә лә сер түгел. Ул уны, “бүтән телдәр һымаҡ донъя мәҙәниәтендә уникаль күренеш булыуын” билдәләп, “иң көслө үҙаллы телдәрҙең береһе”, белемле, мәҙәниәтле кешеләр, интеллектуалдар теле тип атаны. Башҡорт теленең донъя телдәре араһында биләгән урынына баһа биреп, “Башҡорт теле аша бөтә төрки телдәргә үтеп инеү мөмкинлеге ҙур”,— тине республика Президенты журналистар менән бер осрашыуында. Телдәр тарихынан дәүләт башлығының тел мәсьәләһенә бындай мөнәсәбәтенең милләт өсөн ни ҡәҙәре ҡиммәт булыуын яҡшы беләбеҙ. Сығатай төркиенең маҡтаулы үткәне шуны раҫлай торғандыр.
Башҡорт теленең үҙ әҙәби теле, “милли айырымланыу” юлында оҙон юл үтеп, милләтенең ышаныслы һәм ныҡлы терәгенә әүерелде, Президент Рөстәм Хәмитов раҫлағанса, үҙен донъя мәҙәниәтендәге көслө телдәрҙең береһе итеп танытты. Юғары уҡыу йорттарында башҡорт тел ғилеме кафедралары булыуы, унда илгә билдәле ғалимдар эшләүе, йыл һайын йөҙәрләгән ҡыҙ һәм егеттең юғары белем алып сығыуы, күптәренең ошо өлкәлә фән юлына баҫыуы — һис шикһеҙ, башҡорт теленең заман юғарылығында тороуына бер дәлил. Башҡорт әҙәби теле бөгөнгө ҡаҙаныштары – милли мәктәбе, матбуғаты, нәшриәте, театры, радио һәм телевидениеһы, Интернеты өсөн, һис һүҙһеҙ, үҙенең дәүләт теле статусына бурыслы.
Шуға өҫтәп, әҙәби телдең “милли айырымланыуы”н тотош этнос мәнфәғәтендә күҙаллаусыларҙың иң тәүгеләренең береһе Ш. Хоҙайбирҙин булды тип раҫлау кәрәктер. Ул уның эш итеү даирәһен тарихи Башҡортостан сиктәрендә күҙ алдына килтерҙе, тотош башҡорт милләтенең яҙыу теле тип һананы. Ш. Хоҙайбирҙин әҙәби телгә нигеҙ итеп алынырға тейеш тип иҫәпләгән шиүәләр араһында Ҡыпсаҡ, Юрматы, Үҫәргән һөйләштәре менән бер рәттән “Һамар, Пермь башҡорттары һөйләшкән тел”дең дә булыуы шуны раҫлай. Уларҙың тәүгеләре башҡорт теле дәүләт теле тип танылған милли республикалағы һөйләштәргә ҡараһа, һуңғы икәүһе Һамар һәм Пермь губерналарындағы башҡорт диалектына ҡайтып ҡала.
— Ошолай фекер иткәндә, күреүебеҙсә, әҙәби тел мәсьәләһендә үткән быуаттың 20–30-сы йылдарында өҫтөнлөк алған ҡараш республикабыҙҙың көньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыш төбәктәрендә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең телдәрен генә үгәйһетмәй, боронғо тарихи Башҡортостан сиктәрендә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙе лә, дөйөм алғанда, тотош башҡорт этносын, был йәһәттән ауыр хәлгә ҡуя...
— Шулай булып сыға, башҡаса нисек уй йөрөтәһең? Сөнки был уның уҙған быуаттың 20–30-сы йылдарында үҙ милләте эсендә “шиүәләр айырымланыуына” дусар ителеүенә бәйле. Ул бер һөйләшкә генә (Ҡыуаҡан шиүәһенә) өҫтөнлөк биреп, уны этник эталонға әүерелдереүгә өлгәшә, шуның менән ваҡыт үтә килә стереотип ҡараштың нығыныуына сәбәпсе була. Шул арҡала бөгөн башҡорт теле дәүләт теле миссияһын үтәүҙә ауырлыҡ кисерә, милләттәштәребеҙ йәшәгән бөтә төбәктәрҙә лә үҙ булып китә алмай. Телебеҙҙең тотош милләткә берҙәй дәрәжәлә хеҙмәт итеүенә өлгәшәһе бар әле.
(Аҙағы. Башы 86-87-се һандарҙа).


Вернуться назад