Китапҡа үҙ өлөшөңдө индер07.05.2013
Яҡташыбыҙ, урыҫ яҙыусыһы Сергей Аксаковтың исеме киң билдәлелек яулаған. Беҙҙәге Аксаков көндәренә Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән халыҡ йыйыла, Германия, Франция һәм Болгария илдәренән дә ҡунаҡтар килә. 1996 йылда әҙәбиәт өлкәһендә Сергей Аксаков исемендәге Бөтә Рәсәй премияһы булдырылды, Өфөлә Аксаков гимназияһы, Софья аллеяһы асылды, яҙыусының йорт-музейы уңышлы эшләй, Халыҡ-ара Аксаков көндәре сағыу тамашаға әйләнде, Аксаков балы ойошторола... Өфө ҡалаһы Советы рәйесе Евгений Семивеличенко үткәргән матбуғат конференцияһында һүҙ ошо хаҡта барҙы.
Халыҡ-ара Аксаков көндәре быйыл 23-сө тапҡыр үткәрелә. Төп саралар сентябрь аҙағында Өфөлә, шулай уҡ Бәләбәй районының Надеждино ауылында, Ырымбур, Һамар өлкәләрендә буласаҡ.
Сергей Аксаков исемендәге конкурста йыл һайын 10 мең һум күләмендә биш премия тапшырыла. Еңеүселәр өс номинацияла билдәләнә: иң яҡшы ғилми-тикшеренеү эше, иң яҡшы ғәмәли хеҙмәт, иң яҡшы мәғрифәт сараһы.
— Конкурста мәктәп балалары, студенттар ҡатнаша. Әлбиттә, уларҙың белем кимәле бер түгел, шуға күрә былтыр комиссия ағзалары уҡыусыларҙың эштәрен айырым баһаларға тигән тәҡдим индерҙе. Бөгөн, положениеға ярашлы, конкурсҡа үҙ эштәрен юғары уҡыу йорттары студенттары, колледж уҡыусылары тапшыра ала. Улар үҙ-ара тигеҙ шарттарҙа көс һынашасаҡ, — тип асыҡлыҡ индерҙе ҡала Советы рәйесе. — Байрамға әҙерлектең тағы бер үҙенсәлеге шунда: сентябрҙә сараға арналған китап донъя күрәсәк. Унда Аксаковтар ғаиләһенең тормошо, ҡыҙыҡлы факттар, байрам тарихы, премия лауреаттары тураһында мәғлүмәттәр урын аласаҡ. Баҫма, Башҡортостандан тыш, сит илдәрҙә лә таратыласаҡ.
Әйткәндәй, ҡала Советы юғары уҡыу йорттары уҡытыусыларын, тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙе, журналистарҙы 1 июнгә тиклем китапҡа мәғлүмәт туплауҙа ҡатнашырға саҡыра.
Белешмәләр өсөн телефон:
(347) 279-05-07
(Өфө ҡала Советының матбуғат хеҙмәте).