Баш ҡалабыҙ “Мисс-Өфө” конкурсында үҙенең иң сибәр ҡыҙын билдәләне. Был баһаға 17 йәшлек Мария Жигулева лайыҡ булды.
Ҡала мәҙәниәт һарайында ойошторолған сарала Өфөнөң йөҙләгән сибәркәйе һайлап алыу турында үҙ көсөн һынап ҡараны. Бәйгенең финалына 15 ҡыҙ сыҡты. Уларҙың иң йәшенә — 17, иң өлкәненә — 21 йәш. Ҡыҙҙарҙың бер өлөшө мәктәптә уҡыһа, ҡалғандары юғары уҡыу йортона инеп өлгөргән. Һылыуҡайҙарҙың һәр ҡайһыһы әүҙем тормош алып бара, спорт, бейеү менән шөғөлләнә, төрлө яҡлап үҙ-үҙен камиллаштырыуға ынтыла.
Конкурс матурлыҡ ярышы ҡанундарына ярашлы үтте. Жюри ағзалары, оҙаҡ ваҡыт кәңәшләшкәндән һуң, еңеүселәрҙе һайлап алды.
Шулай итеп, бына — улар! Өсөнсө урынға 21 йәшлек Ольга Сивачева сыҡты, уға сит илгә сәйәхәткә 50 мең һумлыҡ сертификат бирелде. Икенсе урынды алған Ольга Бурмистрова шәшке тун менән бүләкләнде. Еңеүсе Мария Жигулева иһә гәүһәр муйынсаҡ алып ҡыуанды.
Башҡа ҡыҙҙар ҙа бүләкһеҙ ҡалманы. Киң мәғлүмәт саралары редакциялары үҙҙәрендә ойошторған тауыш биреү һөҙөмтәһендә еңеүсе ҡыҙҙарҙы ҡиммәтле бүләктәр, мода журналдарына фотосессия менән бүләкләне.
Алтынсы тапҡыр ойошторолған конкурсты ҡаланың “Премьера” модель агентлығы үткәрҙе.
Ә. ИЛДУСОВА.