Балсыҡҡа йән өрөп...21.12.2011
Балсыҡҡа йән өрөп...Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Рафаил Зинуров шағир ғына түгел, скульптор булараҡ та билдәле. Хәйер, балсыҡтан әүәләнгән һындарға “йән” өрөр өсөн дә шиғри күңел кәрәк, әлбиттә.
Ошо көндәрҙә Башҡорт дәүләт филармонияһында Рафаил Зинуровтың Өфөлә Әрмән йәкшәмбе мәктәбе асылыуына 10 йыл тулыуға арналған “Әрмәнстан — дәүерҙәр юлы” (“Армения — путь тысячелетий”) китабының исем туйы, шулай уҡ скульптуралар күргәҙмәһе үтте.
— Мин күңелемә һеңгән, тарихта үҙ эҙен ҡалдырған кешеләрҙе һынландырам, — ти ул. — Уларҙың төҫ-ҡиәфәте беҙгә билдәле түгел, был бөйөк кешеләрҙе үҙем нисек күрәм, шулай һүрәтләргә тырышам. Был эштәр йылдар буйы башҡарылды һәм уларҙы музейҙарға бүләк итәм.
Ысынлап та, Рафаил Зинуров эшләгән Кинйә Арыҫлановтың һыны Ауырғазы районында, Ҡаранай Моратовтың бронзанан ҡойолған бюсы Стәрлебаш ауылында ҡуйылған. Ә инде Зәки Вәлидиҙең һыны тиҙҙән Ишембай ҡалаһында урын аласаҡ.
Күргәҙмәлә авторҙың коллегалары, дуҫтары сығыш яһаны, уға ижади уңыштар теләне.
С. НӘЗИРОВ.


Вернуться назад