Быуындар тамыры03.05.2013
Быуындар тамырыДамир Мөҙәрис улы Ҡыуатовтың урыҫ телендә “Үткәндәргә сәйәхәт” (“Путешествие в прошлое”) тигән китабы донъя күрҙе.

Үҙ яғыңдың тарихын белеү — кешенең рухи, мәҙәни йөҙө ул. Бигерәк тә халҡыңдың үткәне данлы һәм шанлы ваҡиғаларға бай икән, уларға битараф ҡалыу мөмкин түгел. Ата-бабаларыбыҙ беҙҙең эраға тиклем III быуаттан алып Үҙәк һәм Урта Азияла, Алтайҙа, Ҡаҙағстанда, Иранда, Урал һәм Волга буйында, Дон далаларында барған ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнай.
Үкенескә ҡаршы, халҡыбыҙҙың тарихы өҫтән-мөҫтән йә боҙоп күрһәтелә. Был китап — тарихи дөрөҫлөккә бер аҙым. Унда боронғо башҡорт теленә, яҙмаларына, ауыл-ҡалаларҙың яҙмышына ҙур урын бирелгән. Шулай уҡ баҫмала данлыҡлы Ҡыуатовтар нәҫеленең шәжәрәһе, рәсми документтар, фотоһүрәттәр менән танышырға мөмкин.


Вернуться назад