Йәш ижадсылар бәйгеһе03.05.2013
Ғафури районында әҙәби ижад менән мауыҡҡан мәктәп уҡыусылары араһында бына 13 йыл инде уҙғарылып килгән “Өмөтлө ҡәләм” бәйгеһенә йомғаҡ яһалды. Йөҙәрләгән бала ҡатнашҡан был сараны танылған яҙыусы Гөлнур Яҡупова башлап ебәрҙе, ул үҙенең аҡсалата премияһын булдырҙы.

Йәш ижадсыларҙың быйылғы байрамы Яңғыҙҡайын урта мәктәбендә уҙғарылды, унда барлыҡ белем биреү усаҡтарынан һәләтле балалар, тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары йыйылды.
Мәндем мәктәбенән Гөлсөм Ғайсина, Красноусол башҡорт гимназияһынан Азалия Ҡотова, Гөлнар Кәримоваларға Г. Яҡупова премия бирҙе һәм автографлы китаптарын бүләк итте. Яҙыусы шулай уҡ тәрбиәүи әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ был сараны уҙғарыуға ҙур көс һалған “Табын” гәзите редакцияһына һәм мәғариф бүлегенә рәхмәт белдерҙе. Ошонда уҡ әҙибә “Шоңҡар” журналы үткәргән “Минең Рәми” шиғыр һөйләү республика конкурсында уңышлы сығыш яһаған Сәйетбаба урта мәктәбе уҡыусыһы Зөһрә Суфияноваға шәхсән призын тапшырҙы.
Күркәм тантанала 24 уҡыусы төрлө номинацияла еңеүсе тип табылды, уларға район предприятиелары, ойошмалары һәм эшҡыуарҙары әҙерләгән бүләктәр таратылды.
Башҡортостандың тап был төбәгендә — беренсе башҡорт халыҡ шағирын үҫтергән, уның исемен йөрөткән районда — ошондай киң ҡоласлы ижади бәйгенең инде матур традицияға әүерелеүе ҡыуаныслы күренеш, әлбиттә. “Өмөтлө ҡәләм” байрамында республика матбуғаты вәкилдәренең ҡатнашыуы сараның мәртәбәһен күтәрә: быйыл Яңғыҙҡайын ере бәйгенең даими бағыусылары “Йәншишмә” гәзите һәм “Шоңҡар” журналының баш мөхәррирҙәре Мирсәйет Юнысов, Мөнир Ҡунафин менән бергә башҡа ҡәләм эйәләрен дә ҡабул итте. Ҡунаҡтар йәш ижадсыларҙы приздар менән һөйөндөрҙө, мәктәп, ауыл һәм тотош район тормошо менән ҡыҙыҡһынды.


Вернуться назад