Дим халҡы гәзиткә ышана21.12.2011
Дим халҡы гәзиткә ышанаӨфөлә гәзит-журналдарға яҙылыуҙы ойоштороу еңел түгел, тиһәләр ҙә, эш әүҙем бара. Баҫмабыҙға тотош коллектив менән яҙылыусылар ҙа байтаҡ. Был йәһәттән баш ҡаланың Дим районында урынлашҡан 7-се башҡорт башланғыс мәктәбе-балалар баҡсаһы өлгөрлөк күрһәтте. Татыу коллективтан 24 кеше “Башҡортостан” гәзитенә яҙылды.
Башҡорт телендә нәшер ителгән баҫмалар менән бында электән дуҫтар. Учреждениеның директоры Вахит Ишҡыуатовтың әйтеүенсә, улар республикала башҡорт телендә сыҡҡан барлыҡ гәзит һәм журналды алдыра, баҫмаларҙы уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр эштә әүҙем файҙалана.
Димдәге башҡорттар өсөн тәғәйенләнгән башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһы 1999 йылда асылған. Бында бәләкәстәр өсөн ете төркөм эшләй, IV класҡа тиклем башланғыс белем алалар. Барлығы 200 бала тәрбиәләнә, 70-кә яҡыны — уҡыусы.
Тәрбиә эштәре һәм уҡытыу башҡортса алып барылғас, биҫтәләге башҡорттар тап ошо баҡсаны һайлай. Араларында башҡа милләт вәкилдәре лә бар. Күптәргә баҡсаның һәм мәктәптең эш ваҡыты оҡшай. Башланғыс класс уҡыусыларының иртәнән кискә тиклем файҙалы шөғөл менән мәшғүл булыуы эшләүсе ата-әсә өсөн бик уңайлы. I класс уҡыусыларына төшкө йоҡо ла ҡаралған. Әлеге уҡыу йылында I класҡа 23 бала килгән.
Директор Вахит Фәрит улы коллективы эшенән бик ҡәнәғәт. Уҡытыусылар һәм тәрбиәселәрҙең күбеһе юғары белемле, барыһының да тиерлек I һәм юғары категориялары бар. Улар балаларҙы башҡорт рухында тәрбиәләүгә бөтә көсөн һәм һәләтен бирә. Уҡыусыларҙы төрлө яҡлап үҫтереү өсөн дә шарттар бар: көрәш, театр, башҡорт фольклоры, вокал, һүрәт төшөрөү һәм башҡа түңәрәктәр эшләй.
7-се башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһы коллективы менән гәзитебеҙ тураһында фекер алыштыҡ. Уҡытыусылар гәзиттә тәрбиә һәм белем биреүгә ҡағылышлы мәсьәләләрҙең, аш-һыу әҙерләү буйынса һәм башҡа кәңәштәрҙең күберәк булыуын теләй. Үҙҙәрен борсоған проблемаларҙы ла йәшермәнеләр.
— Был — Дим районындағы берҙән-бер башҡорт балалар баҡсаһы. Әммә, тыштан ҡараһаң, бинабыҙ йәмһеҙ, балалар тәрбиәләнгән урын тип уйламаҫһың. Әлбиттә, эстә барыһы ла бик матур. Тыштан да сағыу төҫтәр менән биҙәлеп, әллә ҡайҙан саҡырып торһа, ҡайһылай күркәм булыр ине, — тине тәрбиәселәр.
Әлфиә ӘЙҮПОВА.


Вернуться назад