Ысын дуҫтарыбыҙҙы таптыҡ21.12.2011
Ысын дуҫтарыбыҙҙы таптыҡТәбиғәттең матурлығына һоҡланып, Әбйәлил районының иң төпкөл ауылдарының береһе — Хәмиткә юл тотабыҙ. Елбәҙәкләп яуған ҡар бөртөктәре ғорур ҡарағай урмандарын илаһи күренешкә күмә. Юлдың алыҫлығына ла, насар булыуына ла юлдаштарым иғтибар итмәй.
Төпкөл ауыл тиһәләр ҙә, хәмиттәр насар йәшәмәй. Район үҙәгенән 100 саҡрым алыҫта булыуына ҡарамаҫтан, Интернет, кабель телевидениеһы бар, һәр өйгә тиерлек телефон үткәрелгән. Шығырҙап торған ҡарағайҙан һалынған күркәм йорттар, төҙөк урамдар етеш тормошҡа ишара булһа, яңы күтәрелгән бураларҙың күплеге йәш ғаиләләрҙең ситкә атлығып тормауын раҫлай.
Алыҫ тарафтарға юл алыуыбыҙҙың төп маҡсаты — “Барлыҡ коллектив менән — “Башҡортостан”ға!” акцияһында ҡатнашҡан Хәмит урта мәктәбе коллективы менән танышыу. Шуныһы ҡыуаныслы: бында уҡытыусылар “Башҡортостан”ды йыл һайын алдыра икән.
Редакция тотош коллектив менән гәзиткә яҙылыу буйынса акция иғлан иткәс, районда алдынғыларҙан һаналған “Красная Башкирия” ауыл хужалығы кооперативы етәксеһе Раил Фәхрисламов иң әүҙем мәктәп коллективына бүләккә телевизор әҙерләп ҡуйғайны.
Мәктәпкә утыҙ йылға яҡын Салауат Ғүмәров етәкселек итә. Бында юғары белемле егерме уҡытыусы һәм шунса техник хеҙмәткәр эшләй. Бар уңайлыҡтары булған ике ҡатлы бинала 142 уҡыусы белем ала, шуларҙың 14-е I класта уҡый, һигеҙе быйыл мәктәпте тамамлай. Йыл һайын сығарылыш класс уҡыусыларының яртыһынан күберәге — юғары уҡыу йортона, ҡалғандары техникум һәм колледжға уҡырға инә.
— “Башҡортостан”ға, район гәзитенә һәм “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналына даими яҙылабыҙ, — ти мәктәп директоры Салауат Сәйфулла улы. — Әгәр беҙ милли матбуғатыбыҙҙы алдырмайбыҙ, уҡымайбыҙ икән, йәш быуынға ниндәй тәрбиә бирәбеҙ? Уҡытыусылар баҫманы эштәрендә, класс сәғәттәрендә файҙалана, тәрбиә темаһына яҙылған мәҡәләләрҙе ата-әсәләр йыйылышында ҡуллана.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, ире менән биш бала тәрбиәләүсе Илһөйәр Абдуллинаның өйөндә “Башҡортостан”ды барыһы ла көтөп ала.
— Балаларым уҡыһын, улар республика яңылыҡтары, сәйәсәт, иҡтисад менән танышып барһын тигән ниәттән алдырам гәзитте. Бәләкәстәремә “Тубырсыҡ” битен үҙем уҡыйым, ҙурҙары бигерәк тә “Тәгәрмәс”, “Матур үтһен ялығыҙ!” махсус биттәрен ярата. Әбйәлил районы тураһында мәҡәләләр сыҡһа, гәзит ҡулдан-ҡулға күсеп йөрөй, — тип шатландырҙы ул.
Математика уҡытыусыһы Наилә Ғафароваға үҙ эштәрен асҡан ауыл уңғандары хаҡындағы мәҡәләләр оҡшай.
— Даими сыҡҡан “Эшҡыуар” битен һәр саҡ яратып уҡыйым. Юғары класс уҡыусыларына һөнәр һайлауҙа кәңәш биргәндә “Башҡортостан” — төп таянысыбыҙ, — тине ул.
Ауылға ап-аҡ ҡар яуҙырып барып төшһәк, ҡайтырға сыҡҡанда күңелдәребеҙ нурға сорналып, ҡыуаныстан балҡый ине, сөнки беҙ бында матбуғаттың тоғро дуҫтарын таптыҡ, артабан да бергә булырға һүҙ ҡуйыштыҡ.
Кәримә УСМАНОВА.
Әбйәлил районы.


Вернуться назад