Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһының директор урынбаҫары Менәүәрә Мәҡсүтова менән күрешкәндә, ул матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы башланғас та, уҡытыусыларҙың барыһының да “Башҡортостан” гәзитенә яҙылыуы тураһында һөйөнсөләне.
– Баҫмалағы мәғарифҡа арналған мәҡәләләрҙе йәки махсус биттәрҙе уҡыу менән генә сикләнеү беҙҙең ниәт түгел, – тине Менәүәрә Әбделхәй ҡыҙы. – Ғөмүмән, уҡытыусы төрлө яңылыҡтар тураһында иң беренсе хәбәрҙар булырға тейеш, юғиһә үҫеш булмаясаҡ. Аҙнаһына биш тапҡыр сыҡҡан донъялағы берҙән-бер башҡорт гәзитендә үҙеңә кәрәклеһен табырға мөмкин, шуға күрә уҡымлы ул, ошо йәһәттән бүтәндәрҙән өҫтөн дә. Башҡорт гимназияһында 45 уҡытыусы эшләй. Төп маҡсат – балаларға яҡшы белем биреү, шул уҡ ваҡытта малай һәм ҡыҙҙар күркәм тәрбиә алып сыҡһын өсөн дә ижтиһад һалабыҙ. Беҙҙә әле 670 бала уҡый.
Белем биреү учреждениеһының уңыштары күптәргә мәғлүм. Сығарылыш уҡыусыларының йыл да юғары уҡыу йорттарына инеү күрһәткесен телгә алыу ҙа күпте һөйләй. Гимназияны төрлө йылдарҙа тамамлап, бөгөн абруйлы шәхестәр булып киткән кешеләр — уҡыу йортоноң ғорурлығы.
Уҡытыусылар әйтеүенсә, улар башҡортса нәшер ителгән республика гәзитен алдырмауҙы күҙ алдына ла килтерә алмай. Бигерәк тә уҡытыусы-тәрбиәселәр менән йөкмәткеле әңгәмәләр, мәктәп тормошон яҡтыртҡан мәҡәләләр, шулай уҡ бөтәһе лә көтөп алған үҙенсәлекле яҙмышлы кешеләр хаҡында һүрәтләмәләр йышыраҡ баҫылһа ине, тигән үтенес еткерҙеләр.
Илдар АҠЪЮЛОВ.