Быйыл Башҡортостан йәмәғәтселеге халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 105 йыл тулыу уңайынан күп саралар уҙғарҙы. Улар шәхестең тормош юлына, тәрән йөкмәткеле ижадына бағышлап ойошторолдо. Яҙыусының тыуған төйәгендә, мәктәптәрҙә уның иҫтәлегенә уҡыуҙар үткәрелде.
Күгәрсен районында әҙибә хөрмәтенә шахмат, шашка ярыштары, көрәш беренселеге лә уҙғарылды. Өфөләге Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһы яҙыусы әҫәрҙәре буйынса инша яҙыу менән бер рәттән Рәсәй кимәлендә ушу ярышын да ойошторҙо.
Күгәрсен ерендә, әҙибәнең тыуған ауылы Туйөмбәттә, уның һәйкәленә сәскәләр һалынды. Өфө ҡунаҡтары музейҙа булып, ауыл халҡы менән осрашты. Ә инде Тәүәкән мәктәбе уҡыусылары "Кәмһетелгәндәр" романынан сәхнәләштергән өҙөктө ҡарағандан һуң, әҙиптәр Мораҡ мәҙәниәт һарайында әҙерләнгән кисәгә юлланды. Унда арҙаҡлы яҙыусының әҫәрҙәре буйынса күргәҙмә ойошторолғайны. Халыҡ шығырым тулы ине. Ошо кисәлә Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаттарын тәбрикләнеләр.
Әҙибәгә оло хөрмәт күрһәтеү маҡсатында "Оло Эйек" яҡташтар ойошмаһы уның ҡәберенә гөлләмә лә һалды.
Тантананы дауам итеп Мәҙәниәт, Мәғариф министрлыҡтары, Яҙыусылар союзы, Күгәрсен районының Өфөләге "Оло Эйек" яҡташтар ойошмаһы һәм район етәкселеге халыҡты баш ҡалабыҙҙың "Нефтсе" мәҙәниәт һарайына йыйҙы. Залда ғалимдар, яҙыусылар, йәмәғәтселек вәкилдәре, студенттар бар ине. Ғөмүмән, кешенең эркелеп килеүе оло яҙыусыға хөрмәт ҙур булыуын, ижадын үҙ итеүҙәрен аңлатты. Мәшһүр әҙибә әҫәрҙәренең үлемһеҙлеген, бөгөнгө быуынды тәрбиәләүҙәге әһәмиәтен билдәләп, халыҡ шағиры Рауил Бикбаев, З. Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтенең элекке директоры Зөфәр Тимербулатов, шағирҙар Факиһа Туғыҙбаева, Ҡәҙим Аралбай, Ирек Кинйәбулатов сығыш яһаны. Улар Зәйнәб Биишеваға арналған шиғырҙарын уҡыны.
Ә инде видеояҙма аша Зәйнәб апайҙың иҫән сағында әйткән һүҙҙәрен ишетеү, халҡына оло рәхмәтен белдереп сығыш яһауын күреү, залдағыларҙы ныҡ тетрәндерҙе.
Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында "Төркиәт һәм башҡорт филологияһының хәҙерге проблемалары — III Зәйнәб Биишева уҡыуҙары" тигән Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһын үткәреүҙәре оло иғтибарға лайыҡ. Конференцияла филиал директоры Йәғәфәр Әбдрәшитовтың: "Беҙ ҙә яҡтылыҡ таратабыҙ Зәйнәб апай кеүек", — тип белдереүе әҙибәнең киләсәк быуынды тәрбиәләү йәһәтенән үлемһеҙ мираҫ ҡалдырыуын раҫлай. Фәнни-ғәмәли ҡорҙа Башҡортостан, Татарстан, Таулы Алтай, Ҡаҙағстан ғалимдары һәм аспиранттары ҡатнашты.
Филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы Марат Зәйнуллин әйтеүенсә, Зәйнәб Биишеваның әҫәрҙәрендәге тел һәм стиль үҙенсәлеге бик аҙ тикшерелгән. "Яҙыусының ижадында тәбиғәтте һаҡлау — көнүҙәк тема", — тине филология фәндәре кандидаты, доцент Миләүшә Арыҫланова. Эйе, Зәйнәб апай ғүмере буйы тәбиғәттең ҡорой барыуына әсенер ине, бигерәк тә Оло Эйек буйындағы туғайҙарҙың һирәгәйеүе, күлдәрҙең ҡороуы, ҡотороп үҫкән еләк-емештең бөтөүенә әрнеп ултыра торғайны. Үҙенең "Һай-й йәмле лә Оло Эйек буйҙары" тигән мәҡәләһендә ул: "...Беҙ өндәшмәүҙе дауам итәбеҙ. Ә киләсәк быуынды тәбиғәт матурлығынан, кеше матурлығынан мәхрүм итергә баҙнат иткән ҡайһы бер йәнһеҙҙәр тик ятмай. ...Оло Эйектең яры буйлап теҙелгән һандуғаслы ҡуйы бөҙрә таллыҡтар, мөһабәт тирәктәр, өйәңкеләр, мең-мең төрлө сәскәләр, дарыу үләндәре менән күмелгән һыубаҫар туғайҙар, йыуалы күләүектәр ҡайҙа хәҙер? ...Ниңә тәбиғәтте аяуһыҙ һәләк иткән өсөн бер кем дә яуапҡа тарттырылмай?" — тип әсенә әҙибә. Бынан 40 йыл элек күтәрелгән проблемалар әле лә көнүҙәк булып ҡала.
Стәрлетамаҡтағы конференция күп яҡлылығы менән башҡа сараларҙан, һис шикһеҙ, айырылып торҙо. Ҡаҙағстан, Таулы Алтай, Яҡут (Саха) Республикаһынан килгән ҡунаҡтар үҙ телендә фекер алышыуға ҡоролған докладтары менән иленең ысын ватансыһы икәнлектәрен иҫбат итте. Шуның менән бергә ҡунаҡтар Зәйнәб Биишеваның тормош юлы һәм ижады тураһында тулы мәғлүмәт алыуына ихлас күңелдән рәхмәт белдерҙе.
Был мәртәбәле сараға төрлө телле ғалимдарҙың, аспирант һәм уҡытыусыларҙың филология өлкәһендәге проблемаларға һәм Зәйнәб Биишева ижадына арналған 150-гә яҡын докладтар йыйынтығы ла әҙерләнгәйне. Шуларҙан 50-гә яҡыны әҙибәнең хеҙмәтенә арналған.