Күсейҙәр байрам ғына үткәрмәне21.12.2011
Күсейҙәр байрам ғына үткәрмәнеБаймаҡ районының Күсей ауылында оло тантана булып үтте. Ауылда тәүге уҡыу йорто асылыуға 130 йыл тулыу айҡанлы ойошторолған сараға төрлө йылдарҙа мәктәптә эшләп киткән уҡытыусылар һәм ошонда белем алған уҡыусылар саҡырылды. Элек-электән Күсей ауылы үҙенең арҙаҡлы шәхестәре менән билдәле.
Бында Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғолов, Социалистик Хеҙмәт Геройы Мәсғүт Заманов, Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев, Салауат Юлаев премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипова, Башҡортостандың халыҡ артисы Зифа Баязитова, “Әлифба” китабы авторы, Ушинский миҙалы кавалеры Абдрахман Ғәлләмов, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Йәүҙәт Бикбирҙин һәм башҡалар тыуып үҫкән. Күсей мәктәбен төрлө йылдарҙа тамамлаусыларҙың йөҙҙән ашыуы, уҡытыусы һөнәрен һайлап, республикабыҙҙың төрлө район һәм ҡалаларында эшләп йөрөй.
Бөгөн коллективта барлығы 15 педагог. 1994 йылдан директор вазифаһын башҡарған Ҡунаҡбай Шәриф улы Уйылданов әйтеүенсә, оло юбилейҙы мәктәп ярайһы ғына уңыштар менән ҡаршылай. 2010/11 уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса төп белем биреү йорттары араһында “Йыл мәктәбе-2011” район конкурсында еңеп сыҡҡандар. Республика кимәлендә уҙған “Балаларға республикабыҙ баш ҡалаһын бүләк итәйек!” конкурсында үҙ төркөмдәрендә — беренсе, барлыҡ ҡатнашыусылар араһында гран-приға лайыҡ булғандар. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Илүзә Латипова, район конкурсында еңеп, республика буйынса үткән “Йыл уҡытыусыһы-2011” конкурсында беренсе урын ала.
Күсей уҡытыусылары байрамды юғары кимәлдә үткәреп кенә ҡалманы, Баймаҡ районында беренселәрҙән булып “Барлыҡ коллектив менән — “Башҡортостан”ға!” акцияһына дәррәү ҡушылып, 15 дана гәзиткә яҙылды. Урындағы мәктәптәргә уҡыу-уҡытыу сифаты, уҡыусыларының уңыштары, коллективтың татыу һәм дуҫ булыуы менән өлгө булған Күсей мәктәбе коллективы был аҙымы менән тағы ла тотош райондың мәғариф хеҙмәткәрҙәре өсөн өлгө булды.
У. КӘРИМОВА.
Баймаҡ районы.


Вернуться назад