Ауылдың тарихы бай30.04.2013
Таң атыу менән Сапыҡ исемле егет үҙенең янындағы юлсыларға: “Мин — атайым Шәкирөмбәттең беренсе улы. Ул миңә, атыңды мен дә, үҙеңә бүтән күсенеп йөрөмәҫлек, бер урында йәшәрлек, малдарыңды көтөрлөк ер тап, тип ебәргәйне. Урын таптым. Ошонда ауыл буласаҡ”, — тип әйткән һәм беренсе өй урынын билдәләгән. Ә унан да иртәрәк, 360 йыл элек, хәҙерге Төркмәнстан иле яғында Ҡусҡарөмбәт исемле, милләте билдәһеҙ бер кеше йәшәгән.
Ҡусҡарөмбәт ҡомлоҡта, тау-таш араһында ғаиләһе менән йәшәгәндә, малды туйғансы эсерерлек һыуҙы күрә алмаған, яҙ башында уҡ сыҡҡан, ләкин ҡояш эҫеһендә шунда уҡ ҡатып ҡалған үләндәрҙе күреп зарланған. Мин күргәнде улым күрмәһен тип, улы Шәкирөмбәткә тура төньяҡҡа барырға ҡушҡан: “Унда ҡайҙалыр һыуҙар, үләндәр йәйелеп ятҡан яландар ҙа, бейек үҫеп ултырған ағастар ҙа булырға тейеш. Бар, шундай ерҙе тап та үҙеңә тормош ҡор”.
ХVII быуат аҙағында Сапыҡ исемле иң оло ата-бабабыҙҙың атаһы Шәкирөмбәт, шулай хәҙерге Башҡортостан еренә килеп етеп, беҙҙең яландарға, урмандарға, йылғаларға һоҡланып йәшәргә ҡалған, был яҡтағы бер ҡыҙға өйләнгән...
Былтыр ауылыбыҙҙа Шәжәрә байрамы үтте. Һәр өй алдында нәҫелдәренең шәжәрәһен күрҙек. Дөрөҫ, һәр нәҫел тик ир юлынан башлана ла ир юлы менән бара. Ләкин ҡыҙ балалар тыуҙымы, уларҙың алдағы яҙмышы, кемгә тормошҡа сығып, ҡайһы нәҫелде көсәйтеүе билдәһеҙ. Әгәр ҙә айырым-айырым шәжәрәләр төҙөлгәндә, ҡатын-ҡыҙ тураһында мәғлүмәт индерелмәһә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ваҡыт үткәс, улар иҫтән сыға. Шуға ла Шәкирөмбәттең балаларының әсәләре ҡайһы тарафтан, ҡайһы нәҫелдән икәнлеге билдәһеҙ.
Районыбыҙҙа башҡорт ауылдары күп, бай тарихлылары бөтөн Башҡортостаныбыҙға билдәле, ләкин фәҡәт биш ауыл тураһында ғына китап баҫылған. “Туйөмбәт”, “Тәүәкән”, “Хоҙайбирҙин”, “Йомағужа” һәм “Сапыҡ” (һәр береһе ауыл исемен аңлата) — шуға асыҡ миҫал. Ауыл тураһында китап яҙыу, әлбиттә, еңел эш түгел. Бер шәжәрәне дөрөҫ төҙөү өсөн күпме эҙләнеү кәрәк. Баҫмала Сапыҡ ауылында йәшәгән кешеләрҙең береһенең дә исеме төшөп ҡалмаған. Ә тарихта юғалып ҡалған ҡатын-ҡыҙҙар унда бармы? Бәхеткә күрә, һәр ҡыҙ-ҡатын тураһында ентекләп яҙылған. Өләсәй, ҡартәсәйҙәрҙең ырыуы ла бирелгән.
Мәрхүм Фәтих Азаматовтың “Сапыҡ” китабын әҙерләп сығарыуға һалған көсө бик ҙур. Ләкин ул беҙҙең ауылға килеп китап яҙа башламаған бит. Был ауыр эште башлап ебәргән, уның менән кәңәшләшкән, баҫтырған, Өфөлә йәшәгән һәм эшләгән ауылдашыбыҙ Әхмәҙей Таһир улы Ибраһимов ауылыбыҙ халҡына онотмаҫлыҡ, мәңгелек бүләк эшләне.
Алда әйтеүемсә, Шәкирөмбәттең беренсе улы — Сапыҡ. Унан кесерәктәре — Дәүләтҡол, Сәйетҡол, Түләбай, Ҡотлобай, Ҡотлоғол. Сапыҡ туғандарҙың осрашыу урынына әйләнә. Унда төрлө мәсьәләләр хәл ителә. Баҙар барлыҡҡа килә. Баҙарға урыҫтар, сыуаштар, татарҙар ҙа килә башлай. Хатта ҡаҙаҡтарҙың, ҡырғыҙҙарҙың дөйәләре күренә.
Баҙарҙың ауыл тормошонда ҙур урын тотоуы шунан билдәле: уға йөрөр өсөн Эйек йылғаһының көнсығышы буйлап юл барлыҡҡа килә. Оло юл һалыныуы, почта һәм телеграф булыуы, дауахана асылыуы ауылдың данын, көсөн күрһәтә. Әйткәндәй, ХVIII быуаттың аҙағына беҙҙә 13 өй булып 90 кеше йәшәһә, хәҙер 59 йортта 183 кеше ғүмер итә.