Арыҫландай батырҙарҙың
Арҡаһынан ҡағығыҙ.
Ана шулай йырлап ҡаршылай Байыҡ сәсән француз яуынан еңеп ҡайтыусы башҡорт бөркөттәрен.
Киң таралған, хәрәкәтенән, ым-ишараһынан көс-ҡеүәт, шаянлыҡ һирпелгән “Байыҡ” бейеүен ул һалған тигән ҡараш йәшәй халыҡта. Башҡортостан юлдаш телевидениеһында ошо исемдәге бейеү конкурсы тарихи шәхескә хөрмәт, таланттарҙы табыу, үҫтереү ниәтенән барлыҡҡа килә. Президентыбыҙ Рөстәм Хәмитов Указы менән йыл һуҙымына дауам иткән көсөргәнешле конкурста иң-иңдәр “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында үткән гала-концертта ҡатнашырға хоҡуҡ алды. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитовтың тәбрикләүенән һуң, сәхнәгә “байыҡ”тар сыҡты.
Яңғыҙ бейеүселәр араһында төп бүләккә Әбйәлилдән Радик Хәлилов, Учалынан Ғәлимйән Хиләжев лайыҡ булды. Өсәүләп бейеүселәрҙән Дыуандан Илнар Исмәғилев, Илдар Ниғмәтйәнов, Сәғҙи Рәйесов иң маһирҙары булып танылды.
Һуңғы осорҙа республика шифаханаларында бейеү сәнғәтенә йылы ҡараш бермә-бер арта. Ансамблдәр араһында “Красноусол”дарға тиңләшеүсе булманы. “Янғантау”ҙан Салауат Алтынбаев менән Шәһит Яҡупов парлы сығыштар номинацияһында иң ҙур бүләкте яуланы.
Сарала Ҡабарҙа-Балҡар, Адыгей, Хакас, Төньяҡ Осетия республикалары, Ҡаҙағстан, Эстония ҡунаҡтары ла тамашасыларға үҙҙәренең бейеүҙәрен бүләк итте.
Күңелдәрҙе елкендереп, өҙә баҫты “байыҡ”тар. Республикабыҙҙың һоҡланғыс тәбиғәте, халҡыбыҙҙың тарихы, ҡаһарманлығы, егеттәребеҙҙең батырлығы, ҡыҙҙарыбыҙҙың уңғанлығы, шаянлығы һирпелде уларҙың бейеүҙәренән.
Венер ИСХАҠОВ.