Был игеҙәк егеттәр Илеш районының Сереккүл ауылынан. Уларҙың һәләтенә һоҡланмаған кеше юҡтыр Өфөлә: баянда өҙҙөрөп уйнайҙар, көй яҙалар, тамашаларҙа ҡатнашалар...
Алмас менән Айҙар Юнысовтар Өфө сәнғәт училищеһының баян класында белем алғандан һуң, сәнғәт академияһының хор-дирижер класын тамамлаған. Бөгөн “Нур” татар драма театрында музыкаль биҙәүсе булып эшләйҙәр. Әйткәндәй, уларҙың ҡатнашлығындағы “Төнгө сәйәхәт”, “Нурлы сәфәр” театрлаштырылған тамашаһын да халыҡ йылы ҡабул итте. Ә инде Алмас менән Айҙар яҙған йырҙар Салауат Фәтхетдинов, Искәндәр Ғәзизов, Айгөл Һағынбаева, Әнүәр Нурғәлиев кеүек сәнғәт йондоҙҙары башҡарыуында республикабыҙҙың, Татарстандың телевидениеһы һәм радиоһы аша йыш яңғырап тора.
Игеҙәк егеттәрҙең ижадын һөйөүселәргә һөйөнөслө хәбәр еткерәбеҙ: 28 апрелдә Йәштәр һарайында уларҙың тәүге концерты була. Унда билдәле сәнғәт оҫталары Дамира Сәйетова, Әнүәр Нурғәлиев, Ләйлә менән Рөстәм Ғәлиевтәр, Рәмил Шарапов, Айгөл Һағынбаева, Искәндәр Ғәзизов һәм башҡалар ҡатнаша.