Аҡ юлдар һиңә, Илдар!25.04.2013
Аҡ юлдар һиңә, Илдар!Халҡыбыҙҙың талантлы ул-ҡыҙҙарының оло ҡаҙаныштары әленән-әле Рәсәй һәм бөтә донъя киңлектәрен яңғыратып тора.

Күптән түгел тағы бер һөйөнөслө хәбәр ишетеп ҡыуандыҡ: билдәле опера йырсыһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Абдразаҡов, “Гофман әкиәттәре” спектаклендә ҡатнашып, “Иң яҡшы ир-ат роле” номинацияһында “Алтын битлек” премияһы лауреаты булды. Йырсыға бүләкте атаҡлы тенор Зураб Соткилава тапшырҙы.
Быға тиклем данлы йырсыбыҙҙың моңло тауышы “Ҡарһылыу”, “Садко”, “Дон Жуан”, “Севилья цирюльнигы”, “Моисей һәм фирғәүен”, “Семирамида”, “Осада Коринфа”, “Аттила”, “Макбет”, “Аида”, “Фауст”, “Кармен” кеүек классик операларҙа яңғырап, тамашасыларҙың мөхәббәтен яулағайны.
Илдар Әмир улын ижад юлындағы ҙур ҡаҙанышы менән ихлас ҡотлайбыҙ, киләсәктә лә илаһи моңо тынмаһын, ғүмер юлында һәр саҡ бәхет-шатлыҡтар юлдаш булһын!


Вернуться назад