Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры спектаклдәрен бығаса телевизор аша ғына ҡарарға тура килгәйне. Һәр ваҡыт уларҙы көтөп алыр инем. Тулҡынланып, иҫем китеп ҡарай торғайным.
Ниһайәт, һоҡланғыс артистарҙың уйынын баш ҡалала ҡарау бәхете насип булды. Йәш тамашасы театрында Салауат Әбүзәрҙең пьесаһы буйынса ҡуйылған "Ғүмерлек ғазап" спектакленә ҙур тулҡынланыу менән барҙым. Спектакль башланғансы уҡ халыҡ фекеренә ҡолаҡ һалам. "Сибайҙарҙы илатҡан пьеса инде ул", "Инде икенсегә ҡарайым, премьераһында булғайным, иҫ киткес!", "Миңә лә Сибайҙан дуҫтарым шылтыратып, бер үк бар, үкенмәҫһең", тине"... Тик ыңғай, маҡтаулы фекерҙәр. Билеттар һатылып бөткән, ә ҡарарға теләүселәр бихисап.
Түҙемһеҙләнеп спектакль башланыуын көтәм һәм донъямды онотам. Сәхнә геройҙары менән бергә ҡайғырам, йәнем һыҙлана, әрнейем, ғазапланам. Һуғыш еле миңә лә килеп ҡағылған кеүек. Ә илебеҙҙә был афәт ҡағылмаған берәй йорт бармы икән? Күпме яҙмыш боҙолған, күпме ғүмер киҫелгән. Ә ваҡытынан алда донъя йөгөн тартҡан балалар... Етем балаларын ҡосаҡлап ҡалған йәш кенә тол ҡатындар. Ауылыбыҙҙы ғына алғанда ла, бер йорттан икешәр-өсәр кеше һуғышҡа китеп, әйләнеп ҡайтмағандар бар. Аяҡ-ҡулын юғалтып ҡайтыусылар ҙа күп ине. Шулай уҡ ауыр әсирлек ғазаптарын үтеп ҡайтҡандар ҙа булды. Әле килеп уйланам, иғтибарлы булдымы икән ауылдаштарым уларға? Улар ҙа шулай Сәлмән бабай кеүек үлгәнсе ғазапланып йәшәнеме икән?
Ауыл ерендә "ут күрше" тигән төшөнсә бар. Бына шул кеше һинең йәнеңә ғазап уты яҡһа, ни эшләргә? Ил ауыҙына иләк ҡаплап булмай. Һәр кешегә, мин ғәйепһеҙ, тип ҡысҡырып йөрөү ҙә килешмәй. Уйҙар баҫты спектакль барышында, йәнем иланы, күҙҙәрҙән йәш китмәне. Ҡартының күңел, йән ғазаптарын аңлап, уны йыуатып, хәленә кереп йәшәгән әбейҙе ҡосаҡлап йыуатҡым килде. Улдары Шамилдың яҙмышы өсөн борсолоп ултырҙым. Шул ҡәҙәр тормошсан, фәһемле пьеса. Бигерәк тә әлеге ваҡытта: әхлаҡи ҡиммәттәр, мәрхәмәтлек, иғтибарлылыҡ, изгелек юғалып барғанда. Һүҙ бит шул ҡәҙәр ҙур көскә эйә. Уның менән кешене терелтеп тә, үлтереп тә була. Изге, яҡшы күңелле кешеләрҙең көндәрен төнгә әйләндерергә теләп йөрөүсе тар күңелле яһилдар булған, бар, буласаҡ. Тик ғүмер бит — бер генә.
Спектаклдең бындай ҙур уңышы — автор менән режиссерҙың бер-береһен аңлап эшләүендәлер. Әҫәр ҙә, режиссер эше лә юғары кимәлдә. Минең фекерем менән барлыҡ тамашасы килешер, тип уйлайым. Быны артистарҙы сәхнәнән ебәрмәй аяғүрә баҫып алҡышлауҙар ҙа раҫлай, ә инде уларҙың уйнауы һоҡланғыс, иҫ киткес. Күҙ ҡарашы, мимика менән бөтә күңел торошон аңлатып, тетрәндереп уйнанылар. Зал илап, тетрәнеп, ғазапланып, уйланып ултырҙы. Афарин, сибайҙар, афарин! Спектакль шулай булырға тейеш тә!