Ҡумыҙ донъяны яулай24.04.2013
Ҡумыҙ донъяны яулайБашҡортостан халҡына данлыҡлы ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың исеме яҡшы таныш. Хәйер, уның илаһи моңон беҙҙә генә түгел, бөтөн донъяла кинәнеп тыңлайҙар.

Һуңғы йылдарҙа ҡумыҙ сәнғәтенә иғтибар артҡандан-арта. Донъяның, Рәсәйҙең төрлө тарафынан йыйылған ҡумыҙ оҫталары йә Башҡортостанда, йә башҡа төбәктә әленән-әле бәйгеләр ойоштора, ҡумыҙ серҙәре менән уртаҡлаша.
Күптән түгел Рәсәйҙең иң яҡшы ҡумыҙсылары Мәскәү ҡалаһына йыйылды. Ошондай осрашыу 2011 йылда ла булғайны. Тимәк, ҡумыҙ сәнғәтенең ҡоласы киңәйә, тамырҙары йәйелә бара.
Быйыл ҡумыҙ оҫталарын изге бер ниәт йыйҙы — Рәсәй Ҡумыҙсылар союзын булдырыу. Ысынлап та, төрлө халыҡтарҙың мәҙәниәт инешендә торған был уйын ҡоралын һаҡлау, яҡлау һәм үҫтереү мотлаҡ. Бының өсөн Рәсәй ҡумыҙсыларын берләштерергә, тупларға кәрәклеге көн кеүек асыҡ. Ҡумыҙ оҫталарының 9 апрелдә Мәскәүҙә үткән концертынан йыйылған килем дә Рәсәй Ҡумыҙсылар союзын ойоштороуға тәүге "нигеҙ" ташы булыр, моғайын.
Сарала Миңлеғәфүр Зәйнетдинов ҡатнашып, "Башҡорт халҡының ҡумыҙҙа уйнау алымдары" тигән оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Халҡыбыҙҙың моңо тамашасылар күңеленә хуш килде.


Вернуться назад