Опера әсир итте20.12.2011
Халыҡ-ара Аҡмулла көндәре уңайынан Өфөлә бихисап саралар уҙҙы. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында инглиз теле уҡытыусылары өсөн методик семинарҙың үткәрелеүе, "Фольклорҙа һәм әҙәбиәттә дини һәм мифологик мотивтар" темаһына "түңәрәк өҫтәл"дең, шулай уҡ бүтән төрлө кисәләрҙең ойошторолоуы — шуға асыҡ миҫал. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында иһә танылған композитор Заһир Исмәғилевтең "Аҡмулла" операһы сәхнәләштерелде. Тамаша сит ил ҡунаҡтарына ла бик оҡшаны.
Антрактта Башҡортостан гимны авторы, Башҡортостандың халыҡ артисы, дирижер Фәрит Иҙрисов менән әңгәмәләштек.
– "Аҡмулла"ны 2008 йылда ҡайтанан сәхнәгә сығарҙым, шулай итеп, әҫәргә икенсе ғүмер бирҙем, – тип башланы һүҙен Фәрит Фәтих улы. – Йәшермәйем: был хаҡта күптән хыялланғайным. Арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең башҡарған эштәре һоҡландыра, уларҙың исемен халыҡҡа таратыу һәм еткереү уйы йөрәгемә тынғылыҡ бирмәй. Әлбиттә, ул быға тиклем бер нисә тапҡыр ҡуйылған булған. Төп составта бөтәһе 200-ҙән ашыу артист йәлеп ителде: Раил Кучуков, Гөлнур Нарынбаева, Руслан Хәбибуллин, Әлфиә Хамбалеева, Салауат Асҡаров, Рөстәм Хәкимов, Олег Килмөхәмәтов, Илгиз Хәкимов һәм башҡа талантлы опера йырсылары. Шулай уҡ театрҙың балалар хоры ла сығыш яһай, кескәйҙәрҙең сәхнәгә күтәрелеүе кисәгә бер биҙәк булды.
Ҡыҫҡаһы, опера бер тынала ҡарала, тетрәндергес яҙмышлы шәхес тураһындағы әҫәр күптәрҙе уйға һалды. Мифтахетдиндең йәш сағын – Руслан Хәбибуллин, ә оло Аҡмулланы Раил Кучуков башҡара, Миңлебикә ролендә – Гөлнур Нарынбаева.
И. МӨХӘМӘТОВ.