“Сабый көлгән йорт эсендә бәхет гөлө ҡоромай”24.04.2013
“Сабый көлгән йорт эсендә бәхет гөлө ҡоромай”Бәхет тауы

Бәхет тауына менергә
Емештәрен тирергә
Тормошонда, яҙмышында
Килгән кеше был ергә.

Һайлап алмаған төйәген,
Насип иткән яҙғаны.
Күпме бәндәгә тик хыял
Булған бәхет тауҙары.

Ә барыбер ошо хаҡта
Әҙәм көн-төн уйлаған.
Берәүҙәргә бәхет бары
Өҫтән тик ҡул болғаған.

Тик ынтылған әҙәм йәне
Бәхете түбәһенә.
Нисә быуын ятып ҡалған
Шул тауға менә-менә.

Йыҡҡан аслыҡ, яланғаслыҡ,
Яу-һуғыш ҡоралдары.
Уларҙан да күберәк булған
Мөхәббәт ҡорбандары.

Юҡ-юҡ, бәхеткә ауыр юл
Тик ҡорбандан тормаған.
Күтәрелеп, емештәрен
Татыусы аҙ булмаған.

Шул юлда һаман кешелек,
Шул уйҙа һаман әҙәм:
Ҡарайһы килә донъяға
Бәхетле түбәләрҙән.

Ғүмер тауы! Күпме улар:
Бейек, ауыр яулауы...
Мөхәббәтле иң хозуры —
Бәхетле ғаилә тауы!

Мөхәббәт һәм ғаилә

Төн ҡараһын көн яҡтыһы йота,
Ваҡыт йота миҙгел биҙәген.
Быуат тулай, үҙ өҫтөнә алып,
Ер шарының заман биҙгәген.

Яу хөкөмөн аҡыл һәм көс тота,
Мөхәббәт һәм ғаилә —
тормошто.
Бәхет биреп йәки бәлә булып,
Билдәләйҙәр яҙмыш-булмышты.

Нескә еп

Ғаилә ебе — нәҙек, нескә еп,
Ел тейһә лә ҡай саҡ өҙөлә.
Өҙөлгәнде була ялғап та,
Тик төйөнө уның һиҙелә.
Өйрәнегеҙ бергә түҙергә,
Өйрәнегеҙ ғәфү итергә, —
Ашыҡмағыҙ уны өҙөргә!

Ғаилә ебе — ебәк, нескә еп,
Сабый яҙмышына уралған.
Ул өҙөлһә, бала хыялы
Башланмайса була юғалған.
Яңғыҙ үтеүҙәр бик ауыр
Донъя тигән урау юлдарҙан,
Мәрхәмәт юҡ яңғыҙ йылдарҙан.

Ғаилә ебен ҡапыл өҙмәгеҙ,
Яңғыҙ — ярлы, ғүмер — терәүһеҙ.
Күкрәк һуғып:
"Мин! Мин!" — тимәгеҙ,
Берәү йәшәй алмай берәүһеҙ.
Яҙмыш күген бергә күҙләгеҙ,
Бәхет юлын бергә эҙләгеҙ —
Ғаилә ебен бер үк өҙмәгеҙ!

Балалы йорт

Дымлы тамыр ҡоромай,
Тау битендә һыу тормай.
Ағасында ҡот булмағас,
Һайрап торор ҡош ҡунмай.
Тормошта ла нәҡ шулай:
Ғаиләһеҙ йорт шат булмай.
Сабый көлгән йорт эсендә
Бәхет гөлө ҡоромай.

Ғүмергә — гел бергә

Ҡояшҡа үрелгән гөлдәрҙәй,
Сабыйҙар ҡояшҡа үрелә.
Әсәһе, атаһы янында
Бәхетле йәшәргә гел бергә.

Ике йән янында йылмайһа,
Кәрәкмәй бер ни ҙә сабыйға.
Алданып ваҡытлы шатлыҡҡа,
Һалмағыҙ сабыйҙы һағышҡа.

Етмәһә йөрәктәр йылыһы,
Ғазаплай етемлек тойғоһо.
Тар була ғүмерҙең киң юлы,
Нурланмай тормоштоң йондоҙо.

Сабыйҙар күңелен аңлағыҙ:
Йылмайһын ҡыҙығыҙ, улығыҙ.
Сабыйҙар үҫһендәр ҡайғыһыҙ,
Ғүмергә гел йәнәш булығыҙ!

Байлыҡ

Йән-тәнең һау булһа,
Сирлемен, тимә.
Дәрәжә һәм байлыҡ
Өсөн һис көймә.

Оҙаҡ, шат йәшәтер
Асып асылың:
Мөхәббәт, ғаилә —
Бөтмәҫ байлығың!


Вернуться назад