Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте әленән-әле өр-яңы баҫмалар сығарып ҡыуандырып тора. Әҫәрҙәрме, яҙыусы, шағирҙар хаҡында альбомдар булһынмы — зауыҡ менән биҙәлеп, сифатлы ҡағыҙҙа донъя күрә.
Күптән түгел нәшриәттә урыҫ телендә донъя күргән “Башҡорт әҙәбиәте тарихы” китабы Рәсәй Фәндәр академияһының иң яҡшы фәнни баҫмаһы тип билдәләнде. Китаптың 1-се томына боронғонан алып 1917 йылға тиклемге әҙәбиәт тарихы тупланған, һәр осорға ентекле байҡау яһап, башҡорт әҙәбиәтенең күренекле әҙиптәре хаҡында мәҡәләләр бирелгән.
Томды төҙөүселәр Ғайса Хөсәйенов, Рауил Бикбаев, Миңлеғәле Нәҙерғолов башҡорт әҙәбиәтенең Көнсығыш һәм Көнбайыш әҙәбиәте араһындағы генетик тамырҙарҙы, типологик бәйләнештәрҙе тикшереүгә иғтибарын йүнәлтә. Баҫма әҙәбиәт белгестәренә, уҡытыусыларға, студенттарға, ғөмүмән, әҙәбиәт һөйөүселәргә тәғәйенләнгән.
Киләсәктә “Китап” нәшриәте “Башҡорт әҙәбиәте тарихы”ның тағы өс томын сығарырға ниәтләй.