Балеттың баллы айы19.04.2013
Балеттың баллы айыӨфөлә балет сәнғәтенең бөйөк бейеүсеһе Рудольф Нуриев исемендәге халыҡ-ара фестиваль үткәреү матур йолаға әүерелде.

Фестиваль барлыҡҡа килгәндән алып унда сәхнәләштергән спектаклдәрҙә Ирек Мөхәмәтов, Ульяна Лопаткина, Владимир Васильев, Надежда Павлова, Светлана Захарова, Юлия Махалина, Юргита Дронина, Матиас Эйман, Фарух Рузиматов кеүек балет йондоҙҙары ҡатнашты.
Ғөмүмән, классик балет фестивале бөтөн донъя, Рәсәй мәҙәниәтендә ҙур әһәмиәткә эйә.
Быйыл байрам атаҡлы балет оҫтаһының Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһына ҡуйылған барельефына сәскәләр һалыу менән асылды. Саранан Өфө рәссамдары ла ситтә ҡалманы: улар Рудольф Нуриев ижадына арналған күргәҙмә ойошторҙо. Шулай уҡ фоторәссам Олег Меньковтың мәшһүр бейеүсе тураһындағы фотокүргәҙмәһе лә тамашасылар күңеленә хуш килде.
Аҙна буйына барасаҡ фестивалдең тәүге көнөн хореография колледжы уҡыусылары башлап ебәрҙе, улар артабан да балет йондоҙҙары менән бер сәхнәлә сығыш яһаясаҡ.
Фестивалдә Рәсәй, Германия, Ҡытай артистары, Һиндостандың балет коллективы ҡатнаша.


Вернуться назад