Һынмаҫ рухлы Ләйсән19.04.2013
Һынмаҫ рухлы ЛәйсәнХудожестволы гимнастика буйынса алты тапҡыр донъя чемпионы Ләйсән Үтәшева — милләтебеҙҙең ғорурлығы. Уның 2008 йылда Мәскәүҙә донъя күргән "Несломленная" тигән автобиографик китабы Рәсәй уҡыусылары араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырғайны.

Ләйсән Үтәшеваның был яҙмаһын хәҙер башҡорт телендә лә уҡый алабыҙ. Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, шағирә Лариса Абдуллина уны урыҫ теленән тәржемә иткән.
— Башҡортостандан ситтә йәшәһә лә, Ләйсәндә һоҡландырған тағы бер сифат бар — ул милли асылынан тартынмай, — ти Лариса Абдуллина, — Ҡайҙа ғына интервью бирһә лә: "Мин — башҡорт ҡыҙы!" — тип белдерә. "Несломленная" китабында республикабыҙға, бындағы ғаилә мөнәсәбәттәренә, йолаларына тос урын бирелгән. Күңелендә башҡорт рухын йөрөткән Ләйсәндең: "Мәскәүҙә матур кешеләр, һоҡланғыс ҡыҙҙар күп. Улар араһында айырылып тороуы ауыр. Әммә мин үҙемдең йөҙ-һыҙаттарым менән айырылам, шунда уҡ иғтибар итәләр, сөнки мин — күркәм башҡорт ҡыҙы!" — тигән һүҙҙәренә нисек һоҡланмайһың да уның менән нисек ғорурланмайһың?!
Әйткәндәй, "Һынмаҫ рухлы" тигән китабын сығарыуҙа күрһәткән матди ярҙамы өсөн Әлшәй районы хакимиәте башлығы Дамир Мостафинға тәржемәсе сикһеҙ рәхмәтле.
Һынмаҫ рухлы ҡыҙҙың яҙмаларын уҡып, күптәр фәһем алыр тигән өмөттәбеҙ.


Вернуться назад