Йәш саҡ — дәртле саҡ, тигәндәй, мин дә кешеләрсә бар көсөмдө һалып, балалар уҡыттым. Ярты ғүмеремдең күбеһе мәктәптә үтте лә китте.
Арыу-арыу кешеләр сыҡты улар араһынан. Тырышлығым бушҡа китмәгән икән, тип эй һөйөнә инем. Әммә, ваҡыт үтеү менән, донъя ла үҙгәрә. Үҙгәртеп ҡороу тигәндәре беҙҙең мәктәпте лә ситләтеп уҙманы. Бар яҡлап ҡыҫҡарталар, ҡыҫалар. Ул эш хаҡымы, эш урыны булһынмы, вис кенә!
Хәҙер беҙгә, уҡытыусыларға, яңы алым менән эшләргә ҡала. Ни өсөн тиһегеҙме? Донъя ҡуша, донъя... Элегерәк аҡылға балаларҙы беҙ өйрәтә инек, хәҙер улар — беҙҙе. Дәрескә бер түгел, ике күҙлек кейеп барам. Күҙ күрмәгәнгә түгел, артығын күргәнгә.
Мин бар уҡыусыларҙы ла шәхес итеп күрәм. Ниңә күрмәҫкә? Шуларға көнөбөҙ ҡаласаҡ. Ни сәсһәң, шуны урырһың, тип мәҡәл иҫкәртә ине беҙҙе. Шулай булды ла — урабыҙ бына.
Ана, үрге ос торна Рәүис, мәктәптә "а"-ны "б"-ға ҡушып уҡый белмәй ине, ә хәҙер ниндәйерәк һөйләмдәр төҙөп ебәрә! Үткән аҙнала ҡатын:
— Мәхмүт, ҡара күрше Зәкигә, бер шешәгә көн аралаш тоҡлап-тоҡлап иген ташыйҙар, — тигәс, уҙғанын ҡарап ҡына торҙом да ҡаршы сыҡтым:
— Рәүис ҡустым, икене ҡуйырмын, берәй тоғон миңә керет, — тип шыбырланым.
Аяғында саҡ торған, бәлтерәп килгән Рәүисем, кинәт кенә турайып баҫты ла, аҡшайған зәңгәр күҙҙәрен тағы ла бәзерәйтә биреп, миңә төбәлде:
— Ҡуйҙың инде “ике” билдәһен, бына былай ҡуйҙың! — тип муйынына шырт итеп һыҙып уҡ ебәрҙе.
"А"-ны "б"-ға ҡуша алмай, аяҡтарымда көскә баҫып ҡалдым.
Кисә фермаға һалам ташығандарын ҡатын күреп ҡалып:
— Һыйыр аҫтына грамм да һалам юҡ, — тип теңкәгә тейгәс, тағы сыҡтым.
Былтыр мәктәпте тамамлаған, бергә икене ҡуша алмаған Хәмзә малайы Фәүзигә — как никак уҡыусым — тракторын туҡтатып:
— Фәүзи, бер-ике төк һаламыңды ҡалдырып китмәйһеңме? — тинем.
Айыуҙай кәүҙәһе менән кабинанан сығып ҡолағыма:
— Һинең кеүектәргә ике түгел, берҙе ҡалдырыуы ла йәл! — тип ишеген шаҡылдата ябып, китеп барҙы уҡыусым. Баҫҡан еремдә апаруҡ иҫем китеп торғандан һуң, башҡа шәп уй килде: яңы алым менән эшләү!
Элек яҡшы уҡығандарҙы күҙ алмаһылай ҡурсалап, белем тауҙарына тартһам, хәҙер түбән белемлеләргә иғтибарымды көсәйттем. Беҙгә улар менән йәшәргә, барыһы ла кәрәк кешеләр.