Юмореска
Барый быйыл барыһының да моронона сиртте. Ауылдаштары: "Бер тамсы ямғыр юҡ, бөтөн ултыртҡан йәшелсә-емеш, бәрәңге үҫә алмай көйөп бөтә", — тип эҫе йәйҙең бер болотһоҙ күгенә ҡарап "ах” та “ух" килә. Синоптиктарҙың иртәгәһе көнгә һауа торошо тураһында фараздарының "иртәгә" тигән һүҙҙәре генә дөрөҫкә сыға бит, тип күршеләре зарланғанда, Барый хәйләкәр генә мыйыҡ аҫтынан йылмайып ултыра. Сөнки ул баҡса артында ғына ағып ятҡан йылғанан йәшелсәһенә һыу һибә. Ҡалала йәшәүсе улы ҡеүәтле электр насосы, оҙон шланг алып ҡайтып бирҙе. Көн кискә ауышҡас, эҫе бер аҙ һүрелгәс, Барый һәр кисте баҡсаһына һыу һипте. Был эшкә ул шул ҡәҙәр мөкиббән китте, ейәндәре булышырға тип килһә, уларға шланганы бирмәне. Бындай эҫелә һыуҙың һәр тамсыһы ҡәҙерле бит. Ә бала-саға һыу менән шаяра, төрлө яҡҡа һиптереп уйнай башлай...
Күршеләренең бәрәңге һабағы ярты ҡарыш ҡына булды ла һарғайҙы. Ә Барыйҙыҡы бер метрға етте, бер аҙҙан ап-аҡ сәскәгә күмелде. Кишер, сөгөлдөр, ҡыяр-помидор тураһында һөйләп тораһы ла түгел — барыһы ла гөрләп үҫә. Үҙҙәренә лә, балаларына ла ҡыш буйына ашарға, артып ҡалғанын һатырға ла етәсәк былай булһа. Пенсияһына иш янына ҡуш булыр. "Ҡарт, һин бик мауығып китмәйһеңме был һыу һибеүең менән. Насусың электр счетчигын "зыр" килтереп әйләндерә бит", — тип ҡарсығы Ғәбиҙәнең һөйләүенә лә ҡолаҡ һалманы.
Көҙ уңыш йыйыр ваҡыт еткәс, ауыл халҡы Барыйҙың ҡуш йоҙроҡ ҡәҙәр бәрәңге, силәк кеүек кәбеҫтә, сынаяҡ ҡәҙәр помидорҙарын күреп "аһ" итте.
— Беҙҙең ашарға ла етмәй, булған бәрәңгене орлоҡҡа ғына һалып ҡуйҙыҡ, — ти күршеһе Сәлим. — Һатып алып ашарға тура килә инде.
— Ултыртырға тигәне лә бармаҡ башы ҡәҙәр генә бит әле, — тип һүҙгә ҡушылды икенсе күршеһе Сәлмән.
— Теләүселәр булһа, һатам, — тине Барый ҡәнәғәт төҫ менән. — Хаҡы баҙарҙағыса инде. Улым ҡаланан хаҡын белеп ҡайтҡас, риза булһағыҙ, рәхим итегеҙ...
Риза булмаған ҡайҙа ул. Барый бәрәңге һата икән, тигән хәбәр ауылдың теге осона барып еткәнсе үк һатып алып бөтөрҙөләр. Ваҡтары ла ҡалманы.
Барый бәрәңге һатҡан аҡсаһын иҫәпләп, төрөп һандыҡҡа һалып, күңеле булып сәй эсергә ултырҙы. Йүкә балы ҡабып, эҫе сәй уртлаған ғына ине, ишек шаҡынылар. Өйгә өс ят кеше килеп керҙе.
— Иҫәнһегеҙме, сәйегеҙ тәмле булһын! Беҙ — райондың электр селтәрҙәре йәмғиәтенән. Электр счетчиктарын тикшереп йөрөйбөҙ, — тине ҡултыҡ аҫтына папка ҡыҫтырғаны.
— Әйҙәгеҙ, түргә уҙығыҙ. Маҡтап ҡына йөрөйһөгөҙ икән, — тине хужа кеше.
— Электр ҡулланған өсөн һуңғы тапҡыр ҡасан түләгәйнегеҙ?!
Был һорауҙан Барыйҙың сынаяғы ҡулынан төшөп китә яҙҙы.
— Йәй башында түләгәйнек... — тине ул, урынынан тороп.
— Бик яҡшы, — тип теге кешеләр, аяҡтарын да һалып тормайынса эшлекле ҡиәфәт менән түргә үтеп, счетчикты тикшерә башланы. Береһе калькулятор алып оҙаҡ ҡына нимәлер иҫәпләне, унан квитанция тултырҙы. — Бик ҙур сумма йыйылған, уны тиҙ арала барып түләргә кәрәк. Юғиһә электр сыбығын киҫеп китәсәкбеҙ!..
Улар нисек көтмәгәндә килеп керһә, шулай уҡ сығып та китте. Барый күҙлеген эҙләгән арала, ҡарсығы Ғәбиҙә квитанцияны ҡарап өлгөргән икән.
— Бизнесмен Барый, өс тинлек ҡуян, биш тинлек зыян яһаның бит! — тип ҡысҡырып ебәрҙе. — Электр өсөн түләргә бит бәрәңге һатҡан аҡсаға икебеҙҙең пенсияны ла ҡушырға кәрәк.
Ҡарсығының был һүҙҙәрен ауылдаштарының берәйһе ишетеп торғандырмы-юҡмы — уныһы билдәһеҙ. Әммә ошо көндән уға "Бизнесмен Барый" тигән ҡушамат тағылды.