Профессор дәресе19.04.2013
Профессор дәресе— Ярай үҙең килдең әле. Әтеү ни иртәнән бирле бер профессор һине таптырып быуынға төштө. Әллә нисә тапҡыр шылтыратты. Инде яҙышырға тотонам тиһәң, телефон сәрелдәй башлай. Эшләргә худ бирмәй.
Бүлмәгә килеп инеү менән хеҙмәттәшемдең тәүге һүҙе шул булды. Сисенеп, ултырғысыма ҡунаҡларға ла өлгөрмәнем, телефон йәнә тауыш бирҙе. Моғайын, мине эҙләгән кешелер! Йәһәт кенә трубкаға үрелдем.
– Алло!
— Профессор Ғәбделбөкиева был. Фәлән-фәлән һеҙ булаһығыҙмы? – Күрәһең, фән әһеленең ваҡыты бик тығыҙ, ахырыһы, һаулыҡ һорашырға ла онотто.
– Эйе, эйе, тыңлайым. Ни йомош?
– Тимәк, минең элекке кейәү ишараты тураһында яҙған кеше һеҙ инде.
– Тап шулай.
– Әйтегеҙ әле миңә, ни өсөн шул әҙәмде гәзиткә маҡтап яҙҙығыҙ ул?
– Бер нисә көн элек концерты булғайны. Тамашасылар харап оҡшатты үҙен. Шул тиклем матур йырланы. Халыҡ усы ҡыҙғансы ҡул сапты, ҡабат-ҡабат һорап йырлатты.
– Шулмы? Талантмы? Ха-ха-ха! Кисә үлһәм, бөгөн белмәгән булыр инем. Уй Аллам, ғәрлегем сәскә ата. Башҡа кеше юҡ инеме, ә? Кит, ыстырам. Уның кеүек кем мөңрәмәй ҙә кем йырламай, ас бүре кеүек олой бит.
– Һеҙ улай тимәгеҙ әле, бик һәләтле егет ул.
– Талант тиһегеҙме шул әҙәмде. Уныһын һеҙме, минме яҡшыраҡ белә! Абау! Мунса пәрейе, һуғыш суҡмары. Уҡыған сағында ҡыҙым шуның яҡшы һуғышыуын, дуҫлашып йөрөгән егеттәренең ҡурҡытып бөтөүен иҫе китеп һөйләй торғайны. Кейәүгә сыҡҡас, күрһәтте инде батырҙы, сәсенән һөйрәп йөрөп туҡмаған. Башҡа егеттәрҙе ҡурҡытып алды бит ул ҡыҙымды. Кит, баламдың шуға сығыуына ғәрләнеп бөтә алмайым. Йә, миллионлы Өфөлә егеттәр бөткәндер шул, тот та бер шул ауыл хәйерсеһенә бар, имеш. Кешенән оят. Минең кеүек профессорҙарҙың ҡыҙҙары ҙур-ҙур түрәләргә генә сыға. Йә, шул ауыл өтөгө тип ҡыҙ үҫтергәнмендер. Ҡыҙымды әйтер инем, иң батыр егет, тигән була. Күрһәтте үҙенә батырҙы! Академия бөттө, тип яҙғанһығыҙ бит әле. Унда кем алып барып тыҡҡан тиң! Әлеге лә баяғы мин инде, мин, профессор Ғәбделбөкиева. Таныш-тоношом аша көскә алып барып кереттем бит. Былай ул йолҡошто унда яҡын да юлатмаҫтар ине, билләһи. Башында турғай суҡырлыҡ та белеме юҡ уның. Сей наҙан бит ул! Калхузник балаһын академия һынлы академияла көтөп торалар, ти. Шайлы кешене ни, әллә кем итеп үрләтеп ебәргәндәр әтеү. Мин уға тыныс ҡына эшләргә пакуй бирер тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, юҡ. Бөгөн үк министрлыҡҡа барам тип торам, вис ошаҡлайым, белһендәр кем икәнлеген, әҙерәк борҡолдатып алһындар әле. Әтеү милый ғына булып йөрөп ята. Гәзиткә шул бисураның кәртешкәһен дә баҫтырған булғанһығыҙ. Һеҙ уның йөҙөнә ҡарағыҙ әле, ҡан әҫәре лә юҡ бит унда. Хатта тырнағын да киҫә белмәй бит ул. Урам буйлап лас-лос төкөрөнөп йөрөй.
Сымдың теге яғындағы тауыш уның һайын ҡыҙҙы.
— Минең ҡыҙым кәм-хур булмаҫ ул, айырылышыуҙарының икенсе көнөнә үк кейәүгә сыҡты, ике балам бар тип торманы, егеткә сыҡты, егеткә.
Шул саҡ бүлмәләге эске телефон шылтыраны. Мөхәррир ниндәйҙер эш менән үҙенә саҡырҙы. Мин профессорҙан ғәфү үтенеп, теге бүлмәгә саптым.
Төшкө ашҡа йыйынғанда, телефон тағы ла зырылданы. Трубканы алыр-алмаҫтан:
— Профессор Ғәбделбөкиева был, — тигән таныш тауыш ишетелде. Фән әһеле өҙөлөп ҡалған “дәресен” дауам итте:
— Хатта иртән торғас, кейемдәрен дә табып кейә белмәй бит ул. Бисәкәй, ҡайҙа минең нәскей, тип ҡысҡырып ултыра…


Вернуться назад