Йылмайып-көлөп кенә19.04.2013
Прокуратура, полиция хеҙмәткәрҙәренең ниндәй машинала йөрөүенә ҡарап, беҙҙең илдә азатлыҡтың бик ҡиммәткә төшөүен аңлайһың.

* * *

Автомобиль тығындарын бөтөрөү өсөн дәүләт ҡаҙнаһынан бер нисә миллиард һум аҡса бүленде. Хәҙер чиновниктар Майамиға китеү сәбәпле, Рәсәй юлдарында тығын булмаясаҡ.
* * *

Тәмәкесе ирҙәр һөйләшә:
— Тәмәке ҡабына ҡот осҡос һүрәт төшөртөү буйынса депутаттар закон ҡабул итә икән. Тәмәкесе һүрәтте күреү менән тартыуын ташлаясаҡ.
— Ниндәй ҡурҡыныс һүрәт икән һуң?
— Белмәйем, моғайын, депутаттарҙың һүрәтелер...

* * *

Черчилль Сталинды асыуландырыр өсөн былай ти:
— Бөгөн төштә үҙемде Ер шарының президенты итеп тәғәйенләгәндәр икән тип күрҙем.
Рузвельт та тоҙ һибеп маташа:
— Ә мин үҙемде бөтә Йыһандың президенты тип күрҙем.
Сталин, тәмәкеһен һурып:
— Ҡыҙыҡ. Ә мин төшөмдә берегеҙҙе лә ул вазифаларға раҫламаным...

* * *

— Доктор, беҙҙең сирленең хәле һәйбәтләнә башланы, аңына килде, һөйләшә.
— Нимә тине?
— Үләм, тине...

* * *

— Доктор, миңә һыра эсергә яраймы?
— Нимә һөйләйһең, ниндәй һыра, ти?!
— Ә киләсәктә?
— Нимә һөйләйһең, ниндәй киләсәк?!

* * *

Кибеттә:
— Һеҙҙең мөдирегеҙ ҡайҙа ултыра?
— Ә һеҙ уның ултырғанын ҡайҙан белдегеҙ?


Вернуться назад