Фатир19.04.2013
ФатирСатирик хикәйә

Берҙән-бер көн төштән һуң завод директоры Хәсбуллин хеҙмәткәре Хафизаны кабинетына саҡыртып алды ла:
— Тәк, иптәш Заһирова, бында нисә йыл эшләйһең әле? — тип һораны.
Марат Кәримович алтын ялатылған 32 тешен күрһәтеп йылмайҙы. Тәүҙә авторучкаһының башы, һуңынан күҙлегенең осо менән ҡолаҡ эсен соҡоно.
— Яңы йылда егерме йыл була инде... — Хафизаның тауышы ярты юлда өҙөлөп, һауала эленеп ҡалды.
— О-о, аҙ ғүмер түгел. Һөйөнсө, туғанҡай, һөйөнсө! Һиңә яңы төҙөлгән йорттан бына тигән фатир алып бирәбеҙ. Эйе, эйе, намыҫлы хеҙмәтеңде етәкселек күрә белә. Фатирҙың да ниндәйе — ҡала үҙәгенән, өсөнсө ҡат, евроремонт эшләнгән, хатта өй йыһаздары ла ҡуйылған. Урынбаҫарым бөгөн үк ҡулыңа асҡыс тотторор. Йә, ниңә өндәшмәйһең, телдән яҙҙыңмы әллә? Шулай ул, туған, әҙәм балаһы ҡайғыға сыҙаһа ла, шатлыҡҡа түҙмәй, тиҙәрме әле?
— Ней, Марат Кәримович. — Ҡатын тотлоҡто, ҡалтыранды. — Хәҙер фатир бер кемгә лә буш бирелмәй тип ишеткәйнем.
— Ҡыуан, иҫәр, әллә нимә һөйләп тораһың ҡаршымда. Ана, Маһираға бирҙем ҡуйҙым. Тағы бер биш йылдан алырһың шунан. Һәр нәмәнең дә иҫкәрмәһе булғандай, һине лә мөйөшлө итеү өсөн ныҡ ҡына тырышылды, түрәләрҙең тапалмаған ишеге ҡалманы. — Директор ҡыҙып киткәнендә төкөрөктәрен сәсә-сәсә ҡулы менән күкрәктәренә һуғып-һуғып алды, әле бер аҙ йомшарҙы. — Йә, һөйөнсөһөнә нимә?
— Эйе, Марат ағай. — Ҡапыл күңеле тулышыуҙан Хафиза ағайҙан һалдырҙы. Әгәр шул мәлдә тәтәй ҡыҙ — секретарша килеп инмәһә, ул хужаһын барып ҡосаҡларға, хатта ҡыҙарып бүртеп торған сикәһенән "суп" иттереп үбеп алырға ла уҡталғайны.
— Һөйөнсөгә... — Әммә уның ҡалтыранып сыҡҡан өндәре теге икәүҙең ерҙе дер һелкетерлек һүҙҙәре эсендә юғалып ҡалды.
Марат Кәримович уң ҡулы менән ҡағыҙҙарға имза ҡуйғанда, башын күтәрмәй генә, итләс ҡулы менән алға ҡарай һелтәп, Хафизаға сыҡ тигәнде аңлатты. Ҡатын шуны ғына көткәндәй, йүгерә-атлай беренсе ҡатҡа осто. Шул арала, "Их, әсәйем шатланасаҡ, ну шатланасаҡ, был ҡыуаныслы хәбәрҙе ишетеү менән урам буйлап сабыр инде. Юғиһә, ҡыҙым, ҡартайып бөттөң, һаман ятаҡ тупһаһын тапайһың, ана күрше Мәймүнәнең Гөлнараһы күптән фатирлы, тип ҡолаҡ итен ашай торғайны Һәйетҡолона ҡайтҡан һайын. Хәҙер, исмаһам, ауыҙ тултырып, улай ғына ла түгел, ауыл тултырып, ҡыҙымдың бик шәп фатиры бар, тип һөйөнәсәк, үәт", тип уйланы.
Хафиза — ябай ауыл ҡыҙы, урта мәктәпте тамамлағас, бәхет эҙләп ҡалаға юлланды, заводҡа эшкә төштө. Үҙе көлөп әйтмешләй, иртәнән кискә тиклем вахта һаҡлай. Көн һайын уның янынан биш меңгә яҡын эшсе инеп-сығып йөрөй. Вахтерша уларҙың һәр береһен йөҙгә белеү генә етмәгән, ә һөйләшеүенән, хатта аяҡ тауышынан таный. Йәш ҡыҙ артабан уҡыманы, эш урынын да алмаштырманы. Ниңә, уға бында ла бик яҡшы. Кешеләр менән аралашырға ярата ул, яңғыҙлыҡты йәне һөймәй.
Ысынлап та, Марат Кәримович шаяртмаған икән, һүҙендә торҙо...
Үҙ фатирында бер аҙна йәшәп тә алды ҡатын. Ул бөгөн өйөнә кисләтеп кенә ҡайтты ла, нимә эшләргә лә белмәйенсә аптыранып, бүлмәнең ҡап уртаһына барып баҫты — күңелһеҙ, эс боша, шартлар сиккә етте, үҙенә урын таба алмай. Бөтә нәмә лә бар: мөйөштә өр-яңы диван, өҫтәл-ултырғыстар, телевизор, компьютер, һыуытҡыс, саң һурҙырғыс... Бер нәмәгә лә мохтажлыҡ кисермәй, крандарҙа һыуҙың эҫеһе лә, һыуығы ла, тиҙ генә ҡойоноп сығайым тиһәң, ваннаһы бар... Тик барыбер ҙә нимәлер етешмәй. Юҡ, ҡыйын уға, ныҡ ҡыйын. Кеше яңы урынға шунда уҡ эйәләшмәһә, һуңынан ауырға тура килә икән.
Уйлай китһәң, Хафиза дөйөм ятаҡҡа ла тәүҙә өйрәнә алмай яфа сикте бит. Тәпәй баҫҡан тыуған ауылын һағынып бер булды. Йүгереп ҡайтып, йәмле йылға буйын рәхәтләнеп гиҙгеһе, йыуа менән әтмәкәйле Ослотау башына күтәрелгеһе, муйыл-ҡарағатҡа бай туғайлыҡҡа барғыһы, хуш еҫкә төрөнгән болонлоҡтан үлән кисеп атлағыһы килде. Төндәрен мендәр сылатҡаны аҙ булдымы ни?! Һуңынан барыбер ятаҡ тормошона күнде.
Һуң, яҡын әхирәте аңлатыуынса, беҙ йәшәгән урын бәләкәй генә ауыл да баһа! Хафиза, һин шуны нисек аңламайһың? Эйе, торғаны ауыл инде. Бөтә нәмә күҙ алдында. Бина биш ҡатлы, һәр береһендә 70-әр кеше йәшәй. Һәйетҡолдоң халҡы ла 300-ҙән ашыу бит. Оста йыуына торған бүлмә, биш раковина, улар һайын икешәр кран, ҡаршыла — бәҙрәф. Ә кухня — урта тирәлә.
Ҡатын үҙенә иң юғары ҡаттан бүлмә биреүҙәренә ҡыуанып бөтә алмай. Ул бишенсе ҡатҡа күтәрелгәнсе ятаҡта йәшәүселәрҙең барыһы менән дә тиерлек иҫәнләшергә, һөйләшеп алырға өлгөрә, рәхәт. "Бәләкәс ауыл"дағы һуңғы яңылыҡтарҙың береһен дә ҡалдырмай "вис" белергә мөмкин. Анау, беренселәге, вахта янындағы Мәстүрәне йәлләп бер була ул. Ятаҡ ишеген асып керә лә өңөнә инеп сумған йомрандай бүлмәһенә бикләнә. Бер кем менән аралашмай ҙа, улай булалыр шул. Юҡ, Хафизаға оҡшамай ундай тормош.
Ә фатир эсендә ҡәбер тынлығы. Ҡапыл уға ҡурҡыныс булып китте. Нимәлер безелдәүгә ябыҡ тәне буйлап утлы тулҡын йәшен тиҙлегендәй үтеп китте. Ҡатын бер аҙым атлау түгел, ҡымшанырға ла ҡурҡып, бүлмә буйлап күҙен йүгертте. Ҡарашы тәҙрәгә, ике рам араһына бикләнеп ҡалған мәхлүк себенгә барып төртөлдө. Ҡәһәрең, ҡотто алдың, тине ул, асыуланып. Уға тағы ла ҡыйын булып китте. Ҡатын үҙен ошо меҫкен, бер ниндәй ярҙамсыһыҙ себен хәлендәге һымаҡ хис итте. Тәҙрәләргә тиклем тимер беркетелгән. Ситлек инде, ситлек. Подъезда ҙур ҡара тимер ишек, уныһы асҡысы менән ҡуша йөрөткән бәләкәй генә янсыҡты еҫкәмәйенсә һис асылмай. Бүлмәһенә инер өсөн ҡалын һәм бейек ишектәр аша үтергә кәрәк, улар һайын икешәр йоҙаҡ. Берәү инмәй, берәү сыҡмай. Эх, ҡайҙа икән дөйөм ятаҡтағы хөрриәтлек, иреклек һәм иркенлек, кес кенә ауыл ине бит. Хафиза эштән ҡайтып килешләй иң башта ятаҡтағы сарылдаҡ вахтерша Миңлесара менән гәпләшер, унан бүлмәһендәге берҙән-бер тимер карауатына сумкаһын атып бәреп, ишеген дә бикләмәйенсә күршеһе Сәғиҙәгә керер ине.
Бында донъяһын онотоп, тамағын туйҙырып, бер-ике сәғәт ултырыуға, өсөнсө ҡаттағы Мәрфуғаның хәлен белешергә төшә. Ә һуң кухняла ҡатын-ҡыҙҙар менән "серек һуған һатыуҙар" — береһен дә онотормон тимә! Ул үҙе кеүек бисә-сәсә менән теләһә ниндәй ғәйбәт һөйләшер өсөн табаҡ йыуырға бер генә түгел, ә махсус рәүештә ике-өс тапҡыр бара торғайны. Берәй нәмәне ишетмәй ҡалһа, йоҡлай алмаҫ. Эх, һағындыра ятаҡ тормошо, һағындыра. Ул әлдә вахтала эшләй, юғиһә күптән яңғыҙлыҡтан һарғайып үлер ине.
...Хафиза ишек шаҡығандарына ҡапыл уянып китте, тороп уҡ ултырҙы. Юҡтыр, ҡолағына ишетелгәндер. Бында улай итмәйҙәр, ә тыштағы башбармаҡ битендәй генә бәләкәй "төймә"гә ипләп кенә баҫып, килеүеңде белгертәһең, унан инде эске яҡта моңло көй яңғырай.
— Хафиза, ас әле тиҙерәк, мөһим хәбәрем бар, ҡыҙыҡлы яңылыҡ алып килдем, ас, уф ошо йоҡосоно...
Бәй, был Мәрфуға бит, эс серҙәрен бүлешкән иң яҡыны. Туҡта, ә һуң фатир, ятаҡ, бүлмәм, шайтан алғыры...
Хафиза, быларҙың барыһының да тик төш кенә булыуына ҡыуанып, еңел һулап, әхирәте китеп бармаһын тип, ауа-түнә ишеккә йүнәлде...


Вернуться назад