Әҙиптәр хаҡында мәҙәктәр19.04.2013
“Китабыңды килтерҙем”

Журнал редакцияһына фәлән шағир килеп ингән дә фәлән яҙыусыға:
– Шатлан брат, теге ваҡыт, анау китабым үҙемдә берәү ҙә ҡалмаған, тип зарланғайның. Шуны табып килтерҙем, – ти.
Был һүҙҙе ишетеүгә яҙыусының ҡыуанысынан ауыҙы йырылды.
– Ҡайһылай шәп! Нисек таптың? Ҡайҙан? Магазиндарҙа күптән бөткәйне бит.
– Кисә фәлән әҙибә ҡунаҡҡа саҡырғайны. Барһам, ишек төбөндә тоҡта китаптар ята. Әллә берәй китапханаға тапшырырға йыйындыңмы, тип һораһам, өй тулып ята шунда, сүплеккә сығарып ташларға тип тора инем, ти. Шул тиклем байлыҡты нисек быраҡтырмаҡ кәрәк, тип үҙемә алып ҡайттым. Ҡарай башлаһам, һинең ошо китабың килеп сыҡты. Мә.
Шағир шулай тине лә китапты яҙыусының өҫтәленә килтереп һалды. Әҙип уның тәүге битен асҡайны, унда ҡасандыр үҙе яҙған “Әҙәбиәтте һөйгән ҡәләмдәшемә ижади уңыштар теләйем…” тигән автографты уҡыны…

Юлда…

Бер төркөм әҙип халыҡ менән осрашыуға китеп бара. Юл алыҫ, һөйләшеп һүҙ бөтмәле түгел.
– Мин ҡала үҙәгендәге элиталы йортта йәшәйем, – тип һүҙ башлай бер ханым. – Бик рәхәт, йортобоҙ һаҡлана, теләһә кем яҡын килерлек түгел.
Йәнәшәһендә ултырған әҙип, форсаты сыҡҡанда типтер инде, тегенән уныһын-быныһын төпсөнә:
– Сәлисә, анау көн Фәлән Фәләнов һинең хаҡта шулай-шулай тине. Мин быға тамсы ла ышанманым. Шулай уҡ түгелдер инде. Ишетһәм дә, үҙеңдән ишетәйем, тип һорауым…
Уларҙың ҡаршыһында коньяк тәмләп килгән, бер мең дана тираж менән сыҡҡан китабы инде унынсы йыл магазин кәштәһендә саң йыйып ятҡан өлкән әҙип ҡушылды:
– Кит, шул шулай тигән буламы? Ер бит! Бөтә донъяны шундай талантһыҙҙар баҫты. Йә, Сәлисә, уның һиндә ни эше бар инде?! Талантһыҙ, культураһыҙ! Ғүмер буйы ғәйбәт һөйләүҙән башы сыҡманы.

“Аптырамайым...”


Йоғонтоло, билдәле әҙип китабының исем туйын уҙғара. Зал шығырым тулы. Ана, иртән генә фәлән яҙыусының йөҙ йыллығына мәҡәлә яҙып килтерегеҙ әле, тип шылтыратҡас, үлеп барам, түшәктә ләж ятам тип яуаплаған шағир ҙа терелеп килгән. Премияға дәғүә иткән ваҡытта редакция юлын һыуытмаған әҙип тә донъяла бар икән. Хатта ер аяғы ер башындағы Сибайҙан да килеп еткәндәр.
Байрам харап шәп барҙы. Ҡәләмдәштәре әҙипте маҡтау өсөн сиратҡа баҫҡан. Ҡотлайҙар, һоҡланалар, күктәргә мендерәләр. Дифирамб йырлау буйынса үҙенә берәүҙе лә еткермәгән әҙип ярты сәғәт буйы ҡобайыр һөйләне. Икенсеһе Мәскәүҙән, Татарстандан килгән ҡотлау телеграммаларын уҡый. Улары бөгөн Өфөлә ошо сара булыуын ҡайҙан ишетеп, ҡайҙан белгән тиң!
Шул саҡ бер шағир йәнәшәһендә ултырғанына:
— Әлдә килгәнмен әле, әллә күпме ҡәләмдәшемде күрҙем, — ти уйынлы-ысынлы.
— Мин күптән түгел мәрхүм булып ҡалған әҙип килеп инһә лә, аптырамайым, — тип яуаплай тегенеһе.


Вернуться назад